Киләһе йылдан агросәнәғәт тармағында эшләүсе эшҡыуарҙарҙы кредитлау яңы механизм буйынса башҡарыласаҡ 02.11.2016

Үҙгәрештәр йүнселдәргә түбән процентҡа аҡса алып, уларҙы тиҙерәк үҙләштереү мөмкинлеге бирәсәк. Фермерҙар ҙа, банктар ҙа был яңылыҡтан һөҙөмтәле эшмәкәрлек көтә. Уның ваҡлыҡтары һәм механизм үҙенсәлектәре менән баш ҡала үткән бизнес-марафонда таныштырҙылар.

«Бәләкәй һәм микро бизнестың үҫеш мөмкинлектәре» тип аталған бизнес-марафон бер юлы илдең биш төбәгендә үтә. Уны ойоштороу урыны тип, шул иҫәптән,  Башҡортостандың һайланыуы ла осраҡлы түгел. Марафонды ойоштороусыларҙың береһе, «Россельхозбанк» етәкселеге әйтеүенсә, республика - финанс ойошмаһы менән тығыҙ эшләүсе һәм иң күп кредит алыусы партнерҙарҙың береһе. Төбәктә эшләүсе ауыл хужалығы предприятиеларының һәм фермерҙарының 98 проценты тап ошо банк менән эшләй. Кредит килешеүҙәре 7 миллиард һумға еткән. Ауыл хужалығында эшләүсе йүнселдәр әйтеүенсә, финанс учреждениеһы үҙ эшен башлаусыларға ҙур этәргес бирә.
Киләсәктә алынған кредит күләменең тағы ла артыуы ихтимал. Сөнки аҡса юллау механизмы киләһе йылдан ябайлаштырыла һәм уның процент ставкаһы ла кәметелә. Бынан тыш, ауыл хужалығына күрһәтелгән  дәүләт ярҙамы ла дөйөмләштерелә. Быға тиклем ул 54 йүнәлеш буйынса бирелһә, яңы йылдан алып ете йүнәлешкә дөйөмләштерелеп күрһәтеләсәк, тине ауыл хужалығы министры Николай Коваленко.
Бизнес-марафонға мәғлүмәти ярҙамды «Комсомольская правда» гәзите күрһәтә. Мөхәрририәт үҙ интернет-сайтында ауыл хужалығында эшләүселәр өсөн махсус проект башлаған. Унда үҙ эшен асырға теләүселәр ҙә, тәжрибәле эшҡыуарҙар ҙа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәт һәм яңылыҡты таба, тәжрибә уртаҡлаша  ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика