Киләһе йылда торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу 2015-2016 йылдар кимәлендә буласаҡ

Киләһе йылда торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу  2015-2016 йылдар  кимәлендә буласаҡ 18.08.2016

Был хаҡта бөгөн Өфө ҡала хакимиәте башлығының 1-се урынбаҫары Александр Филлипов  «Коммерсант» газетаһы ойошторған түңәрәк өҫтәл барышында белдерҙе.

Чиновник  билдәләүенсә, киләһе  йылда  Өфөлә  күп ҡатлы йорттарҙа 500 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Был йәһәттән беҙ миллионлы ҡалалар араһында алдынғы урында. Киләһе йылда шәхси төҙөлөш темпы бер ни тиклем  кәмейәсәк, әммә социаль торлаҡты күпләп  файҙаланыуға тапшырыу был өлкәләге элекке кимәлде һаҡлаясаҡ.  
Александр Филиппов, Өфө ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары:
«Әлеге ваҡытта Башҡортостан башлығы хөкүмәт алдында социаль торлаҡ төҙөү күләмен арттырыу мәсьәләһен ҡуя. Был йәһәттән яңы программа әҙерләнә Социаль торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу кимәле үткән йылдан һәм быйылдан түбән булмаясаҡ. Әгәр социаль программаларҙы финанслау булһа, социаль торлаҡ төҙөлөшө артыуы ихтимал».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку