Киләһе йыл республика бюджеты 9 миллиард һумға дефицитлы буласаҡ

Киләһе йыл республика бюджеты 9 миллиард һумға дефицитлы буласаҡ 12.10.2017

Был ҡытлыҡты дәүләт милкен һатыу, ҡуртымға биреүҙән килгән  аҡса менән ҡапларға иҫәп тотола. Дөйөм алғанда төбәк ҡаҙнаһы 147 миллиард һумдан ашыу килем алыр тип көтөлә. Сығымдар 156 миллиард һум менән билдәләнгән. Ләкин был һандар һуңғыһы түгел. Республиканың төп финанс документы ҡабул ителгәнгә тиклем үҙгәрештәр индерелеүе ихтимал.

Сөнки хәҙер бюджет тураһындағы закон проектын төҙөүгә  халыҡ  фекере лә тәьҫир итә аласаҡ. Быйыл Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары финанс документты тәүге тапҡыр йәмәғәт ҡарамағына сығарҙы. Халыҡ һайланыусылары әйтеүенсә, бюджет халыҡ йыйған һалымдарҙан туплана һәм улар аҡсаларҙың ҡайҙа һәм күпме күләмдә йүнәлтелгәнлеген белергә тейеш.

Финанс документты өйрәнеүгә йәмәғәтселек әүҙем ҡушылған. Проект сығарылған электрон дәүләт порталдарында 133 кеше теркәлгән. Уларҙың 119-ҙы бюджетты  төҙөүгә үҙ тәҡдимдәрен индергән. 13 кеше Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа уҙған йәмәғәт тыңлауҙарында сығыш яһаны.

Шулай ҙа ҡаҙнаның төп структураһы үҙгәрешһеҙ ҡала. Уның 40 проценты бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына йүнәлтелә. Мәғариф системаһына 41 миллиард һум, 43 миллаирд ярымын социаль сәйәсәткә, 14 миллиардын һаулыҡ һаҡлауға тотоноу күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку