Киләһе йыл Башҡортостан бюджетына дотация күләме 7 миллиард 107 миллион һумға тиклем арта

Киләһе йыл Башҡортостан бюджетына дотация күләме  7 миллиард 107 миллион һумға тиклем арта 19.11.2014

Был турала бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитеты ултырышында билдәләнде.

2015  йылда республика эш хаҡын арттырыуға федераль ҡаҙнанан 2,2 миллиард һум аҡса аласаҡ. Һалым тураһындағы ҡануниәтенә  үҙгәрештәр индерелеү сәбәпле, бюджет иҫәбенән төшөп ҡалған килемдәрҙе ҡаплауға 2,5 миллиард һум аҡса бүленә. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан  ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә лә етди иғтибар йүнәлтеләсәк. Бынан тыш, социаль ярҙам радиация ҡорбандарына ла күрһәтеләсәк, ауыл хужалығын үҫтереүгә субсидиялар арттырыу күҙаллана.
Рида Собханғолова, Башҡортостандың финанс министры: «Үҙгәрештәр юл фонды сығымдарына ла ҡағыла. Был нефть продукцияһына акциздар  инеү менән бәйле. 2014 йыл менән сағыштырғанда, сығымдар кәмей. Әммә юл фондына бүленгән финанс күләме элеккесә, 9,3 миллиард һум килеш ҡала».
Киләһе йыл шәкәр сөгөлдөрөн етештереүҙе  кәметеү ҡаралған. Шулай ҙа республикала был проблеманы киләсәктә хәл итеү өсөн бер нисә күләмле проект әҙерләнә. Ултырышта билдәләнеүенсә, Башҡортостанда шәкәр етештереү заводын асыу планлаштырыла. Был мәсьәлә Ҡытайҙа уҙған Башҡортостан бизнес көндәрендә ҡаралып, меморандумдарға ҡул ҡуйылған. Әле завод төҙөлөшө өсөн урын билдәләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку