Киләһе йылға республика бюджеты дифицитлы буласаҡ

Киләһе йылға республика бюджеты дифицитлы буласаҡ 30.10.2014

Килем сығымдарға ҡарағанда ун дүрт миллиард һумға кәмерәк көтөлә. Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары бөгөн республиканың төп финас документын ҡабул итте.

Халыҡ һайланыусылары республиканың  киләһе йылдарға иҫәпләнгән финанс документы проектын тәүге уҡыуҙа  тикшерҙе. Уға ярашлы, 2015 йылда килем 115 миллиард һумға яҡын, ә сығымдар 129 миллиард һум күләмендә булмаҡсы. Һөҙөмтәлә дифицит ун дүрт миллиард һумдан да ашыр тип күҙаллана. Шулай ҙа республика үҙ өҫтөнә алған социаль йөкләмәләрҙән баш тартмай. Сығымдар 24 дәүләт программаһын финанслауға китәсәк.  Республиканың тупланма бюджетынан тыш федераль үҙәктән дә аҡса йәлеп итеү көтөлә.
Халыҡ һайланыусылары һалымдарға ҡағылышлы байтаҡ закон проекттары тикшерҙе. Атап әйткәндә, депутаттар  40 ат көсөнән дә ҡеүәтлерәк мотоциклдары булған граждандарға  транспорт  һалымын кәметеү яҡлы. Был  ике тәгәрмәсле техниканы теркәүҙән баш тартыусыларҙы кәметер, тип көтөлә. Мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы үҙенсәлекле закон проекттары ла бар. Киләһе ултырышта халыҡ һайланыусылары юғары уҡыу йорттарында белем алыусыларға бушлай музейҙарға йөрөү мөмкинлеге бирәсәк. Граждандарҙың үҙҙәренә закон башланғысы менән сығыу мөмкинлеге биргән хоҡуҡи документ та тәүге уҡыуҙы үтте. Был проект халыҡты ҡануниәтте камиллаштырыу эшенә әүҙемерәк йәлеп итер, тип көтөлә. Бының өсөн граждандарға инициатив төркөм ойоштороп  халыҡтан ун биш меңдән ашыу тауыш йыйырға кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку