Хуш еҫле икмәк

Хуш еҫле икмәк 07.03.2016

Дыуан районында бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарыла. Төбәктә әленән әле яңы предприятиелар асыла. Михайловка ауылында йәшәүсе Сәғәҙиевтар ғаиләһе мәҫәлән, икмәк бешереү цехын ойоштороп, табышлы шөғөл тапҡан.

Был бинанан тәүлек әйләнәһенә яңы бешкән икмәк еҫе өҙөлмәй.  Тәүҙә Сәғәҙиевтар   башҡалар кеүек мал үрсетә. Әммә түгелгән көс һәм сығымдар теләгән уңышҡа ирешергә мөмкинлек бирмәй. Михайловка район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан. Шуға ла  ҡамыр ризыҡтары ла ваҡытында  килеп етмәгән.  Урындағы халыҡты хуш еҫле яңы бешкән икмәк менән тәьмин итеү маҡсатын итеп ҡуйып, йүнселдәр эшкә тотона.   Ғаилә буш торған, ярым-емерек колхоз бинаһын ҡуртымға  ала. Төҙөкләндереү эштәрен башҡара.  Башланғысҡа урындағы етәкселек тә ярҙам күрһәтә.
Әлеге ваҡытта икмәктең генә дүрт төрө бешерелә. Ассортиментҡа килгәнде улар тиҫтәләрсә иҫәпләнә. Улар башлыса халыҡ заказы буйынса эшләнә.
Эш алға китеүенә ҡарамаҫтан, әлегә кадрҙар мәсьәләһе асыҡ ҡала. Икмәк бешереү цехында кондитер булғанда тауар төрлөлөгө тағы ла киңәйер  ине, ти Гөлгөнә Сәғәҙиева.
Әлеге ваҡытта икмәк ризыҡтары Дыуан районының өс ауылына оҙатыла. Шуға ҡарамаҫтан ул сауҙа кәштәләрендә оҙаҡ ятмай, тиҙ арала һатылып бөтә. Киләсәктә йүнселдәр ҡамыр продукцияһы күләмен арттырып, тотош төбәк халҡын яңы бешкән икмәк менән тәьмин итеү маҡсатында яна.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку