Хеҙмәт хаҡын ике йыл күргән юҡ

Хеҙмәт хаҡын ике йыл күргән юҡ 10.07.2017

Баҡалы районында урынлашҡан төҙөлөш ойошмаларының хеҙмәткәрҙәре эш биреүсеһенә зарлана. Вахта буйынса Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йөрөп ҡайтҡан егеттәр буш  вәғәҙәләр менән генә туйынырға мәжбүр.

Туймазы ҡалаһынан Альберт Ялмырҙинды ике йыл инде буш вәғәҙәләр менән туйындыралар. «Стройсервис» ойошмаһына Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә подряд эштәрендә ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс ҡапланмаған. Эш биреүсенең 100 мең самаһы бирәсәге бар ти егет.
Альберт Ялмырҙин, юл төҙөүсе: «2015 йылда Кушнаренко районында эшләнек  22 мең һум самаһы бирәсәктәре ҡалды. Артабан Алыҫ Көнсығышҡа вахта буйынса йөрөп килдек , 35-шәр мең вәғәҙә иткәйнеләр, бер тинен дә күрмәнем. Әле мөрәжәғәт иткән һайын иртәгә түләйбеҙ тип ышандыралар. Ике йыл дауам итә. Түҙерлек тәҡәтем ҡалманы».
Альберт яңғыҙ түгел. Хеҙмәт хаҡын ала алмай йөҙләгән кеше тилмерә ти,- ойошманың хеҙмәткәрҙәре. Улар Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән. Ҡайһы берәүҙәр эшкә йөрөгән кеүек бухгалтерия тупһаһын тапай. Төҙөлөш ойошмаһында уларҙы күптән танып бөткәндәр. Бурыс талап итеүселәрҙе видеокүҙәтеү ҡоролмаһы аша   күреү менән төҙөлөш ойошмаһының ишеге бикләнә. Хатта, һаҡта тороусы  ҡарауылсынан да елдәр иҫә.
Ильяс Кинйәкәев, юл төҙөүсе: «Көнгөрҙән, Башҡортостандан бик күп егеттәрҙе эшкә йәлеп иттеләр. Улар ҙа беҙҙең хәлдә. Хеҙмәт хаҡын быйыл алырһығыҙ тип ышандыралар».
Бынан ике йыл самаһы элек "Стройсервис" уңышлы эшләп килгән предприятиелар иҫәбендә була.  Федераль кимәлдә подрядтарға йәлеп ителә. Ойошма илебеҙҙең Алыҫ Көнсығышында "Восточный" космдромын төҙөүҙә лә ҡатнаша. Әммә әле ул финанс ҡыйынлыҡтар кисерә, тип белдерҙе район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге етәксеһе Ришат Шәймәрҙәнов.
Статистика  мәғлүмәттәре буйынса республикала һуңғы айҙарҙа хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстарҙың кәмеүе күҙәтелә. Май айына тиклем  уның күләме яҡынса  өс ярым  тапҡырға аҙайған. Биш ай эсендә 517 миллион һум бурыс ҡайтарылған. Шул уҡ ваҡытта айырым осраҡтар әле тәртип һаҡлау органдарының етди контролен талап итә. Түләнмәгән хеҙмәт хаҡы тәү сиратта республиканың иҡтисади хәүефһеҙлеген ҡаҡшата тигән фекерҙә белгестәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика