Хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс күпме һәм уларҙы нисек ҡайтарырға?

Хеҙмәт хаҡы буйынса бурыс күпме һәм уларҙы нисек ҡайтарырға? 17.06.2015

Бер нисә минут элек кенә ошо мәсьәләгә арналған ултырыш үтте. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов яуаплы ведомство һәм бурыстары бар  предприятие етәкселәрен саҡырып проблеманы хәл итеү юлдарын барланы

Республикала хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстар арта ғына. Мәҫәлән, 1 майға ваҡытында эш хаҡын түләмәүсе предприятиелар һаны 100 тирәһе иҫәпләнгән, улар ун меңдән ашыу кешегә 400 миллион һум түләп еткермәгән. Июнь башына был күрһәткестәр тағы ла хөртәйгән. Хәҙер инде 120 предприятиеның халыҡҡа 500 миллион һумға яҡын бирәсәге бар. Бурыслы ойошмалар башлыса урман, ауыл хужылығы һәм эшкәртеү тармағында.
Хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстары булған предприятиелар башлыса бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ объекттары. Был аңлашыла, сөнки илдәге иҡтисади көрсөк тә тап ошо тармаҡҡа айырыуса көсөргәнешлек тыуҙырҙы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку