Хеҙмәт кешеһенең хоҡуҡтарын яҡлау һәм именлеген тәьмин итеү

Хеҙмәт кешеһенең хоҡуҡтарын яҡлау һәм именлеген тәьмин итеү 09.12.2014

Был төшөнсәләр власть партияһы эшмәкәрлегендә төп маҡсатҡа әйләнергә тейеш, тине Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһенең төбәк бүлексәһе конференцияһында.

Сарала 5 йөҙҙән ашыу вәкил ҡатнашты. Төбәк башлығы әйтеүенсә, илебеҙ быйыл көсөргәнешле осор кисерә. Нефткә хаҡтарҙың кәмеүе һөҙөмтәһендә  һумдың баһаһы төшә, тулайым төбәк продукты ла түбәнәйә. Ә хаҡтар киреһенсә арта ғына. Бындай мәлдә власть партияһы мөмкин тиклем халыҡҡа яҡын булырға тейеш. Республика парламентындағы 6 партия вәкилдәре лә халыҡ мәнфәғәтендә берҙәм эш итергә тейеш, тине Рөстәм Хәмитов.
Бындай мәлдә халыҡтың үҙенә лә сәйәси тормошта әүҙемлек күрһәтергә кәрәк, тиелде конференцияла.  Президент закон проекттарын парламент кимәлендә генә түгел, ә йәмәғәтселек менән бергә тикшереү тәҡдимен дә индерҙе. «Берҙәм Рәсәй» партияһы алдында хаҡтарҙы күҙәтеү, коммуналь өлкәлә тәртип урынлаштырыу һәм башҡа халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү бурысы тора. Бының өсөн сәйәси фирҡәнең беренсел бүлексәләре әүҙемлек күрһәтергә тейеш. Тап улар халыҡҡа иң яҡыны.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика