Хаҡтар «тешләшә» 09.12.2014

Халыҡ ҡайһы бер көндәлек тауарҙарына хаҡ артыуға ризаһыҙлыҡ белдерә. Был бигерәк тә ит, һөт аҙыҡтарына, ҡара бойҙайға ҡағыла. Сәбәп нимәлә?

Флариә Ихсанова сауҙа өлкәһендә 45 йылдан ашыу эшләй. Тауар әйләнешен һатыусы биш бармағылай яҡшы белә. Ҡасан һәм ниндәй шарттарҙа аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуын, быға нимә йоғонто яһауына  күнегеп  бөткән.
Ҡабул ителгән санкцияларҙы иҫәпкә алғанда, эмбарго илдәренән аҙыҡ-түлек килтерелгәне юҡ, ти һатыусылар. Кибет кәштәләрендә үҙебеҙҙә етештерелгән продукция өҫтөнлөк итә. Хаҡтарҙы ла арзан тип әйтеп булмай. Ул сауҙа нөктәләрендә төрлөсә. Шулай ҙа урындағы халыҡ үҙебеҙҙең тауарҙарҙы теләп һатып ала.
Һуңғы ике аҙнала Рәсәйҙә ҡарабойҙайға хаҡтың ныҡ күтәрелеүе күҙәтелә. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, ноябрь башынан алып был культура 27,5 процентҡа ҡиммәтләнгән. Шул уҡ ваҡытта хаҡты арттырыуға бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ, ти белгестәр. Сөнки ауыл хужалыҡтары быйыл 86 мең тонна самаһы уңыш йыйып алған. Былтыр мәҫәлән, был күрһәткес 51 мең тоннанан артмаған. Ә республика халҡы йылына ни бары 15 мең тонна ғына ҡара бойҙай ҡуллана. Ярмаға хаҡты күмәртәләп һатыусылар яһалма арттыра, ти иҡтисадсы Наил Мырҙагилдин. Әммә илдәге үҙгәрештәр, санкциялар, нефттең, долларҙың  күтәрелеүе лә урындағы халыҡҡа йоғонто яһамай ҡалмай. Халыҡ баҙар тирәләй ығы-зығыны үҙе тыуҙыра, тигән фекерҙә ул.
Йәшерен-батырын түгел, сит илдәрҙә банктар кредитты тауар етештереүселәргә 2-3 процент менән бирә, ә беҙҙә был һан 20-гә етә. Ошо шарттарҙа ауыл хужалығы продукцияһының үҙ ҡиммәте юғары булып ҡала килә, шулай уҡ быға башҡа быға факторҙар ҙа йоғонто яһамай ҡалмай.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика