Хаҡтар ни хаҡ?

Хаҡтар ни хаҡ? 20.01.2016

Баш ҡалала емеш-еләк һәм йәшелсәләрҙең ике тапҡыр ҡиммәтләнеүе күҙәтелә. Айырыуса сит илдән килтерелгәндәргә хаҡ артҡан. Мәҫәлән, Яңы йылға тиклем Белоруссия алмаһы 65 һум булһа, хәҙер ул 80 һумдан ашыуға һатыла. Хаҡтарҙың тешләшеүен белгестәр һумдың түбәнәйеүе менән бәйләй.

Көнбайыш илдәргә ҡарата санкциялар индерелеүгә йыл ярым ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, баҙар  гөрләй. Йәнең теләгән ризыҡты, унан бигерәк Ватан етештереүсеһенекен һатып алырға мөмкин. Тик аҡсаң ғына булһын. Сөнки хаҡтары ла юғары. Емеш-еләктәргә мәҫәлән, хаҡ Яңы йыл алдынан уҡ артҡан. Баҙарҙағы, кибет кәштәләренән күпкә айырыла. Үҙебеҙҙә етештерелгән йәшелсәләргә килгәндә, улар сит илдән килтерелгәнме ни?! Помидорҙың килоһы кәм тигәндә 250 һум! Ә ҡыяр саҡ ҡына арзаныраҡ - 220 һумға барып баҫа. Ә сөгөлдөр, кишер, кәбеҫтә кеүек йәшелсәләр 30 һум тора.
Аҙыҡ-түлек үтмәһә күп осраҡта  сифатын юғалта. Һатып алыусылар кәмегәнгә күрә, эшҡыуарҙар килем юҡлығына зарлана. Хаҡтың бер күтәрелеп, бер төшөүенә халыҡ күптән күнеккән. Бигерәк тә хаҡлы ялдағылар. Пенсияны әҙ генә арттырҙылармы, аҙыҡ-түлеккә хаҡ өҫтәүҙәрен көт тә тор, ти улар.
Ит тә арзандан түгел. Һыйыр итенең килоһы мәҫәлән, өлөшөнә ҡарап 350 һумға тиклем тәҡдим ителә. Ул башлыса, алыпһатарҙар тарафынан арттырыла. Шулай ҙа колбаса изделиелары менән сағыштырғанда, ит арзаныраҡ булыуы күҙгә ташлана. Әгәр милли валюта нығынһа, һумдың түбәнәйеүе иҡтисад өсөн бәлә буласаҡ. Шулай ҙа ябай халыҡҡа ғауғаға бирелергә кәрәкмәй, ти иҡтисад белгестәре.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку