Хаҡтар артыуын дауам итә 08.11.2014

Ошо көндәрҙә интернет селтәрендә ҡарабойҙайға хаҡ күтәреләсәк тигән мәғлүмәт таралыу менән ярма 14 процетҡа ҡиммәтләнде.

Сит илдән Рәсәйгә  йыл һайын 80 мең тоннанан ашыу ҡарабойҙай ярмаһы индерелә. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, кеше йылына 3,5 килограмм ҡарабойҙай ҡуллана. Ә быйыл был культура Рәсәйҙә лә уңды. Шуға ла ҡарабойҙайға дефицит тигән имеш-мимештәргә ышанырға ярамай.
Шулай ҙа октябрҙә ҡулланыусылар кәрзине индексы 108 процент тәшкил итә. Икенсе төбәктәр менән сағыштырғанда, Удмурт Республикаһында был күрһәткес - 106 , ә Һамар өлкәһендә 108,3 процентҡа тиң.
Һуңғы айҙа  йәшелсә менән  иткә хаҡ артҡан. Мәҫәлән, кәбеҫтә - 5, һуған - 9, помидор менән ҡыяр 1,4-1,6 процентҡа тиклем ҡиммәтләнгән. Сөгөлдөр, йомортҡа һәм шәкәргә хаҡ, киреһенсә, түбәнәйгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика