Хәҙер бүлеп түләүгә йәки ипотекаға фатир ғына түгел, баҡса участкаһы ла алырға мөмкин 29.03.2017

Яҙ етеү менән ҡала ситендәге күсемһеҙ милек баҙарында һатып алыусылар менән бер рәттән, төрлө варианттар тәҡдим итеүсе төҙөлөш ойошмалары ла әүҙемләшә. Был йәһәттән баш ҡала ситендә ҙур ихтыяж менән фаҙаланған район тип Булгаков ауылы иҫәпләнә. Бында ер участкаларын бүлеп түләү юлы менән  һатып алырға мөмкин.

Камилә Фазлыева, ипотека бюроһы директоры: «Ҡала ситендә өй һатып алырға теләүсе бөгөн клуб форматындағы ҡасабаға өҫтөнлөк бирергә тырыша. Сөнки ундағы  йорттарҙың архитектураһы оҡшаш, биләмә тулыһынса һаҡ аҫтына алынған һәм ҡыш көндәрендә юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу берҙәм идарасы компанияға йөкмәтелгән. Ә шәхси ҡулдарҙан йорт һатып алыусы бындай уңайлыҡтарҙан мәхрүм буласаҡ, йәғни иртәнән кискә тиклем ҡулынан көрәк төшмәүе ихтимал».
Өфөлә һуңғы йылдарҙа  элекке форматтағы баҡсасылар ширҡәтенән баш тартып заманса һәм төҙөкләндерелгән ҡасабаларға өҫтөнлөк биреүселәр арта. Бөгөн ҡала ситендә төҙөлгән бындай ауылдар артҡандан-арта. Улар барлыҡ коммуникациялар менән тәьмин ителгән.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика