Көйөргәҙеләр һыу үткәргес торбаларҙы яңыртырға йыйына

Көйөргәҙеләр һыу үткәргес торбаларҙы яңыртырға йыйына 21.12.2016

Күләмле эште тәүгеләрҙән булып Яманһары ауылында йәшәүселәр башҡарып сыға. Уларҙың миҫалында райондың башҡа биләмәләрендә лә халыҡтың аҡсаһына һәм дәүләттән, бағыусыларҙан матди ярҙам алып, иҫке торбаларҙы алмаштырыу күҙаллана.

Яманһары ауылынан Флүзә Иҙрисова һыу ҡәҙерен яҡшы белә. Көйәнтәләр менән хәҙер шишмәгә йөрөйһө түгел, йорт эсендә лә бар уңайлыҡтар булдырылған. Әммә бер ни тиклем ваҡыт урындағы һыу үткәргес торбаларының иҫкереүе сәбәпле, өйҙә һыу булмай аптыратты, ти ул. Хәйер, ауыл халҡы көсө менән был проблема юҡҡа сығарыла.
Ә бит рәхәт тормошҡа тиклем күпме яфаланып йәшәй урындағы халыҡ. Яманһары ауылында һыу үткәргес торбалар яҡынса ярты быуат элек һалынған була. Һуңғы йылдарҙа ул эшлектән сыға. Ремонт эштәре күпме генә башҡарылмаһын, проблеманы был төптән хәл итмәй.
Яманһарыла йәшәүселәр һыуһыҙлыҡтан  йонсоп, үҙ көсө менән иҫке торбаларҙы алмаштырырға була. Район хакимиәте етәкселеге лә был башланғысты хуплап сыға, техника менән бушлай ярҙам күрһәтергә вәғәҙәләй. Бағыусылар ҙа табыла.
Һөҙөмтәлә йәйгеһен ике скважина ҡаҙыла, дүрт километрҙа яңы һыу үткәргес торбалары һалына. Күптәр өҫтәмә аҡса түләп, йортона ла һыу үткәреп ҡала.
Яманһарылар тырыш халыҡ. Иҫке мәҙәниәт йорто урынында дөйөм көс менән мәсет тә төҙөйҙәр, газ менән һыуға бәйле ҡыйынлыҡтарҙы ла бергәләп еңәләр. Яңы йылға тағы ла юғары маҡсаттар ҡуйылған.
Ҡар аҫтында юлдарҙың торошо күренмәһә лә, ауыл халҡы урамдарға ҡырсынташ түшәтеү теләге менән яна. Бының өсөн улар «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнашырға йыйына. Әлегә смета документтары әҙерләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика