Көйөргәҙеләр Стәрлебаштар менән тәжрибә уртаҡлаша 18.07.2017

Ике район хакимиәте етәкселәре киләсәктә сәнәғәт, мәҙәниәт, спорт һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй.

Стәрлебаштан килгән делегация экскурсия барышында райондың тиҫтәгә яҡын предприятие, ойошмаһын ҡарай, шул иҫәптән Бөгөлсән ҡояш электр станцияһы, Ҡансура ауылындағы ер аҫты газһаҡлағысы идаралығы менән таныша. Бигерәк тә ҡунаҡтарҙы "Ротор-флай" осоу һынау базаһы үҙенең масштабтары менән һоҡландыра. Унда Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә ҙур ихтыяж менән ҡулланылған үтә еңел авиация техникаһы етештерелә. Пилоттар әҙерләнә. Осрашыу сиктәрендә музей, һәйкәлдәр буйлап сәйәхәт тә ойошторола.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика