Көйөргәҙелә халыҡ тәҡдимдәрен өйрәнеп, урындағы үҙидара ҡатнашлығында мөһим төҙөлөштәр башҡарыла

Көйөргәҙелә халыҡ тәҡдимдәрен өйрәнеп, урындағы үҙидара ҡатнашлығында мөһим төҙөлөштәр башҡарыла 25.09.2017

Мораптал ауылында йәштәрҙең үтенесен иҫәпкә алып заманса спорт майҙансығы төҙөлә башлаған. Ауыл биләмәләрен үҫтереү проектына ингән спорт объекты йәйгеһен төрлө спорт уйындары өсөн, ә ҡышҡы миҙгелдә хоккей өсөн ҡулланыласаҡ.

Иҫке Отрада ауылында ла урындағы тәҡдимдәр иҫәпкә алына. Әлеге ваҡытта 2007 йылда капиталь ремонт үткән 26 урынлыҡ балалар баҡсаһы эргәһендә 146 800 һумлыҡ майҙансыҡ төҙөлгән.  Ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендәге баҡса ла граждандар тәҡдиме менән яңыртыла. Әлеге ваҡытта үткән быуатта ултыртылған ағастар ҡырҡыла, улар урынына яңы ҡыуаҡлыҡтар һәм ял итеү зоналары төҙөләсәк. Районда урындағы үҙидара проекттары бөтә ауыл биләмәләрендә тиерлек әүҙем тормошҡа ашырыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку