Көтөлмәгән ҡунаҡтар

Көтөлмәгән ҡунаҡтар 12.02.2018

Өфөлә йәшәүсе Вәлимә Мусина суд приставтарын үҙ вәкәләттәрен арттырып үтәүҙә ғәйепләй. Йәнәһе лә улар йортҡа баҫып инеп тупаҫ рәүештә хоҡуҡ боҙған. Мыҫҡыл итеп, көс ҡулланырға ла тартынманылар, тип иҫбатлай Вәлимә ханым.

Әҙәп һаҡлап торманылар. Баҫып килеп инделәр ҙә, танышып та тормай нимәлер яҙа башланылар, ти Вәлимә Мусина. Формала булғас оло йәштәге ханым  ҡарышып тормаған. Ни бары бүлмә эсендәге ишекте ябыуҙарын ғына һораған. Үтенес яуапһыҙ ҡалғас үҙе ябырға була. Ләкин ир уға ҡаршы төшә.
Вәлимә Мусина шундуҡ полиция һәм ашығыс ярҙамға шылтыратырға тотона. Ул мәлде төш кеүек кенә хәтерләйем, тип ышандыра. Тик иртәгәһенә генә ул табиптарға мөрәжәғәт итеп имгәнгән ерҙәрен теркәтә.
Вәлимә ханым көтөлмәгән ҡунаҡтарҙың кемлеген дә белмәй ҡала. Баҡтиһәң, улар ҡыҙының бурысы буйынса мөлкәтте яҙып алырға килгән. Шулай ҙа фотоға төшөрөргә өлгөргән. Һүрәттәрҙән погонлы форма кейгән суд приставтарын танырға мөмкин. Ҡатындың адвокаты әйтеүенсә, рәсми орган вәкилдәренең былай ҡыланыуы тупаҫ хоҡуҡ боҙоу һанала.
Суд приставтары иһә бер ниндәй закон боҙолманы тип иҫбатлай. Эш барышын улар ҙа видеоға төшөрөп барған. Унда суд приставтарының үҙен тотошо, таныштырыуы һәм хужабикәнән документтар һорауы ла теркәлгән. Күренеүенсә, Вәлимә ханым да был үтенесте иңҡар итә.  Ләкин көс ҡулланыу ваҡыты суд приставтары ебәргән яҙмала күрһәтелмәгән.
Беҙҙең редакция суд приставтары хеҙмәтенә рәсми яуап биреүҙәрен һорап хат яҙҙы. Закон үтәлешен тәьмин итеүселәр эштә яңы дәлилдәр килеп тыуыу сәбәпле,  аңлатма һуңғараҡ буласаҡ тип ышандыра. Тимәк был ваҡиғаның дауамы ла буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку