Күсемһеҙ милек баҙарындағы низағ

Күсемһеҙ милек баҙарындағы низағ 03.06.2016

Стәрлетамаҡ ҡалаһында фатир һатып алыусылар аҡсаһыҙ һәм милекһеҙ тороп ҡалған. Бынан бер нисә йыл элек улар Николаев урамында төҙөлә башлаған күп ҡатлы ике йорттан фатирҙар һатып ала. Әммә квадрат метрҙар өсөн хаҡты подрядсы ойошмалар иҫәбенә күсерә. Бөгөн килеп төҙөүсе ойошма подрядсыларҙың бындай хоҡуҡҡа эйә булмауҙарын белдерә.

Фәйзулиндар ғаиләһе 2013 йылда инвалид улдары өсөн  Николаев урамында төҙөлә башлаған йорттан фатир һатып ала. Бының өсөн улар подрядсы ойошмаға бар сумманы күсерә. Килешеү буйынса подрядсыға башҡарылған эш иҫәбенә фатирҙарҙы һатыу мөмкинлеге бирелә. Әммә төҙөүсе компания бөгөн бындай хоҡуҡ бер кемгә лә тапшырылманы тигән фекерҙә. Шуға ла улар икенсе ҡаттағы фатирҙы күптән инде икенсе кешегә һатҡан. Ғәҙеллек эҙләп Фәйзуллиндар ЕТЗК компанияһы тупһаһын көн дә тиерлек тапарға мәжбүр. Ләкин бында уларҙы бер кем дә киң ҡолас йәйеп ҡаршы алмай.
Төҙөүсе ойошма килеп тыуған проблеманы подрядсы ойошмаларҙың үҙҙәренә алған йөкләмәләрҙе тулыһынса үтәмәүе менән аңлата. Әммә фатир хужалары әйтеүенсә,  компания өйҙәрҙе күптән инде ҡабул итеп алған. Быны Оганнес Егояндың акттарға ҡуйылған ҡултамғалары ла  раҫлай.  
Бынан тыш, әлеге ваҡытта йөҙҙән ашыу ғаилә  теркәү палатаһында торлаҡҡа хоҡуҡтарын яҙҙыра алмай.  Сөнки квадрат метрҙар кредит өсөн банктарға һалынған. Бындай намыҫһыҙ эште лә төҙөүсе компания үҙ белдеге менән атҡарған, ти алданыусылар.
Һуңғы йылдарҙа республикала  байтаҡ кешеләр намыҫһыҙ эшҡыуарҙарҙан матди зыян күрҙе. Әммә уларҙың проблемаһы яйлап булһа ла хәл итеп бара. Стәрлетамаҡта йәшәүселәр ҙә килеп тыуған мәсьәләнең ыңғай хәл ителәсәгенә өмөтөн өҙмәй. Әлеге ваҡытта улар үҙ хоҡуҡтарын суд ултырыштарында иҫбатларға мәжбүр.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика