Күршеләр бер-береһенең бүлмәләрен законлы планлаштырыуын контролдә тотасаҡ 12.04.2017

Торлаҡ инспекцияһы әүҙем хужалар менән бергә фатирҙарҙа барған ремонт эштәрен тикшерә аласаҡ. Был күңелһеҙ хәлдәргә килтергән стеналарҙың емерелеүен һәм башҡа үҙгәрештәрҙе иҫкәртеүгә ярҙам итер тип күҙаллана. Яңы закон проекты менән сығыш яһаусылар шундай фекерҙә.

Илдус Аҡбашев, Башҡортостандың Техник инвентаризация бюроһы белгесе: «Күп фатирлы йорттарҙа ремонт ваҡытында стеналарҙы законһыҙ һүтеү бинаның емерелеүенә  килтереүе ихтимал.  Шуға ла бындай закон проекты тәү сиратта хужаларҙың именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән».
Закон проекты авторҙары фекеренсә, бөгөн торлаҡ инспекциялары законһыҙ планлаштырылған осраҡтарҙы һуңынан ғына асыҡлай. Мәҫәлән, тотош йортҡа хәүеф менән янаусы стенаның емерелеүен. Әгәр ҙә ремонт ваҡытында бындай етешһеҙлектәр теркәлә икән, уларҙың хужаларына иҫкәртеү яһау йәки административ яуаплылыҡ тураһында протокол төҙөү ҡаралған. Яңы үҙгәрештәр ремонт эштәрен ваҡытында туҡтатыу мөмкинлеге бирәсәк.



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика