Көрсөктөң үтерен ситтән генә күҙәтергә кәрәкмәй

Көрсөктөң үтерен ситтән генә күҙәтергә кәрәкмәй 17.03.2015

Ә киреһенсә, ауыр хәлдән сығыу юлдарын эҙләргә кәрәк.  Был турала бөгөн Финанс министрлығының коллегия ултырышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

Республика етәксеһе билдәләүенсә, илдәге иҡтисади хәл ведомство өсөн оло һынауға әүерелгән. Ҡаҙнаның  һалым менән тулыланыуы кәмей. Шул уҡ ваҡытта бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу, социаль объекттар төҙөү кеүек мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыу мөһим. Һумдың донъя валюталарына ҡарата арзанайыуы һәм кредит ставкаларының күтәрелеүе туранан-тура сәнәғәт һәм аграр өлкәләрҙең үҫешенә кире йоғонто яһаны.  
Рөстәм Хәмитов республикаға зыян килтереүсе барлыҡ әйберҙәрҙән арыныу мөһимлеген билдәләне. Шул иҫәптән дәүләт аппаратын ҡыҫҡартыу. Бынан тыш, сифатты һаҡлап ҡалып, арзан хаҡҡа төҙөргә өйрәнергә ваҡыт.  Миҫал итеп республика етәксеһе балалар баҡсаһын атаны. Әгәр ҙә элек шул уҡ аҡсаға бер учреждение сафҡа инһә, хәҙер уға ике бина төҙөлә. Республика етәксеһе фекеренсә, ил өсөн ауыр осорҙа Финанс министрлығы иңенә оло яуаплылыҡ ята. Уның хеҙмәткәрҙәре халыҡтың финанс белемен үҫтереү буйынса координатор булырға тейеш. Сөнки күптәр йыйған аҡсаларының юғалыуынан ҡурҡа. Шунлыҡтан улар булған матди сығымын осһоҙораҡ төҙөлөшкә йәлеп итә йәки юғары дивиденттар вәғәҙәләгән сәйер контораларға килтерә. Һөҙөмтәлә алданыусылар исемлеге яңы кешеләр менән тулылана.  
Иҡтисадты тотороҡлауҙа  муниципалитеттар ҙа  әүҙемлек күрһәтергә бурыслы. Бының өсөн  ҡала һәм райондарға үҙҙәренә аҡса эшләргә өйрәнергә һәм ваҡытында һалымдарҙы түләп барырға кәрәк. Дөйөм алғанда, Рөстәм Хәмитов Финанс министрлығының 2014 йылдағы эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе. Шулай ҙа иҡтисади көрсөк осоронда  йәшерен резервтарҙы ҡулланырға өйрәнеү мөһим, тине Республика Башлығы. Бынан тыш, аҡсаларҙы һаҡсыл ҡулланыу социаль йөкләмәләрҙең үтәлешенә кире йоғонто яһарға тейеш түгел. Уларҙы тулы күләмдә һәм ваҡытында ғәмәлгә ашырыу талап ителә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку