Көрсөк тәү сиратта кешенең башында ярала

Көрсөк тәү сиратта кешенең башында ярала 19.02.2015

Бындай шарттарҙа ығы-зығыға бирелмәй һалҡын ҡараш һәм айыҡ аҡыл  менән эш итеү зарур. Республиканың иҡтисади көрсөккә ҡаршы көрәш программаһын тәҡдим итеп Рөстәм Хәмитов етәкселекте әүҙемерәк эшләргә саҡырҙы. Барыһы ла халыҡтың именлеге һәм йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн эшләнергә тейеш. Финанс ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, республика үҙ өҫтөнә алған социаль яуаплылыҡты үтәргә бурыслы. Көрсөккә ҡаршы көрәш программаһы йәшәйештең өҫтөнлөклө йүнәлештәренә ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота.  

Иҡтисади көрсөк әле башланып ҡына тора. Предприятиелар ҙа алған тиҙлеген тулыһынса юғалтмай ярайһы уҡ һөҙөмтәле эш күрһәтә. Йыл башынан алып республикала сәнәғәт  етештереү күләме дүрт процентҡа артҡан. Ләкин үҫеш тотҡарлана барғаны һиҙелә, тине республика етәксеһе.
Бындай шарттарҙа үҫеш стратегияһы ҡырҡа үҙгәртелергә тейеш. Яңыса сәйәсәт ҡайһылыр өлкәлә сығымдарҙы кәметеп экономияланған аҡсаларҙы өҫтөнлөклө һәм социаль тармаҡҡа йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Ярҙамды ла һәр береһе алмаясаҡ. Һөҙөмтәле һәм сығымдарҙы аҡлай алырҙай предприятиеларға ғына финанс ярҙам күрһәтеләсәк.
Планға ярашлы, көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүгә резерв фондтан өс миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Бынан тыш, залог фонды ойоштороласаҡ. Уға йәмғеһе ун биш миллиард һумға баһаланған дәүләт мөлкәте инә. Был иҫәптән халыҡты социаль яҡлау программалары ла финансланасаҡ. Көрсөккә ҡаршы планда ипотека проценттарын субсидиялауҙы дауам итеү ҙә күҙаллана. Был берҙән халыҡҡа торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге бирһә, икенсе яҡтан төҙөлөштө йәнләндерәсәк. Эшһеҙ ҡалған граждандарҙы башҡа һөнәргә уҡытыу һәм ваҡытлыса хеҙмәт урындары булдырыуға ла сығымдар ҡаралған.
Ауыл хужалығы ғәҙәттәгесә,  дәүләт ярҙамынан ситтә ҡалмаһа, эшҡыуарлыҡ көрсөк шарттарында айырыуса яҡлауға мохтаж, тине Рөстәм Хәмитов. Эре предприятиелар етештереү күләмдәрен кәметкән осорҙа иҡтисад үҫеше  тап бизнес иңенә йөкмәтелә. Рөстәм Хәмитов көрсөк шарттарында төбәктәргә үҙаллылыҡ биреү ҙә яҡшы ярҙам буласаҡ тине. Бөгөнгө ысынбарлыҡ эштәрҙе тиҙ арала һәм һөҙөмтәле башҡарыуҙы талап итә. Федераль үҙәктең саманан тыш контроле мөһим эштәрҙе башҡарыуҙы тотҡарлай, тигән фекерҙә республика етәксеһе.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку