Көрсөк осоронда  торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашып алданыусылар тағы ла артырмы? 19.03.2015

Ҡыҙғанысҡа, һорау бөгөн дә көнүҙәк. Баш ҡалала бер нисә компания йортто закондарҙы боҙоп төҙөй . Йәғни, уларҙың күптәренең төҙөлөшкә рөхсәте юҡ. Закон буйынса бындай торлаҡ һүтелергә тейеш. Ә ғәмәлдә, ошондай йорттарҙа фатир алып күптәр аҡсаһыҙ һәм милекһеҙ ҡала

Дамир Сөләймәнов Өфөнөң «Юл-Ай» торлаҡ комплексында төҙөлөүсе йорттан өс бүлмәле фатир һатып ала. Ләкин ул ваҡытында файҙаланыуға тапшырылмай, объектта төҙөлөш эштәре туҡтатыла. Фатир хужалары пикетҡа  сыға.  
Бөтә бәлә төҙөлөш башлау өсөн ҡала хакимиәтенең рөхсәте булмауҙа. Тейешле документты йорт нигеҙен һала башлағанға тиклем юлларға кәрәк булған. Ләкин төҙөлөш ойошмаһы, ҡала хакимиәтен  төҙөлөш алып барырға ирек бирмәүҙә ғәйепләй. Ойошма суд артынан судҡа йөрөп  рөхсәт ҡағыҙы ала.
Линар Минғазов, Торлаҡ комплексының пиар менеджеры: «Ҡала хакимиәтенә рөхсәт алыу өсөн ниндәй генә документ алып барһаҡ та, улар ваҡытты һуҙҙы. Бер нәмә лә аңлатмайҙар. Төрлө сәбәп табалар. Закон буйынса рөхсәт ҡағыҙын 10 көн эсендә бирергә тейештәр, ә беҙҙә ул  8 айға һуҙыла. Рәсәйҙә күп кенә торлаҡты рөхсәтһеҙ төҙөй башлайҙар ҙа, эш барышында рөхсәт алалар».
Ысынлап та, элек Рәсәйҙә ойошмалар рөхсәтһеҙ төҙөлөш башлап, документты һуңынан ала ине. Ләкин хәҙерге заманда был законһыҙ тип иҫәпләнә. «Юл-Ай» торлаҡ комплексы суд ярҙамында, рөхсәт алһа ла, торлаҡ әлегә файҙаланыуға тапшырылмаған. Ойошма  рөхсәтһеҙ йорттар төҙөүен дауам итә. Был юлы ла улар документты тәүге ысул менән алырға уйлай, күрәһең...
Владимир Барабаш, Өфө ҡала хакимиәте вәкиле: «Литер 6 йортон төҙөүгә рөхсәт бирергә тигән суд ҡарары юҡ. Был йорт менән хәл икенсерәк, ер документтары ла рәсмиләштерелмәгән. Ләкин төҙөлөш ойошмаһы ул йортта фатир һатыуын дауам итә, кооператив булдырылған. Тимәк, фатир хужаһы бар яуаплылыҡты үҙенә ала. Беҙ берәүгә лә, алығыҙ йә иһә алмағыҙ тип әйтә алмайбыҙ. Шуны аңларға кәрәк, әгәр ҙә объект менән берәй нәмә булһа, фатир хужаһына бер ҡайҙан да ярҙам булмаясаҡ».
Рәсәйҙә рөхсәтһеҙ төҙөлгән йорттарҙы һүтеү осраҡтары бар. «Юл-ай» торлаҡ комплексы тәүге осраҡта, суд аша рөхсәт ала алһа ла, был юлы килеп сыҡмауы ихтимал. Һөҙөмтәлә фатир һатып алыусыларға бер кем дә ярҙам итә алмаясаҡ.  Өфөлә тағы ла бер ойошма тейешле документтарһыҙ йорт төҙөй башлаған. Төҙөлөшкә рөхсәте булмаһа ла унда фатирҙар һатыуға ҡуйылған. Көрсөк осоронда фатир һатып алыусыларға иғтибарлы булырға кәңәш итә белгестәр.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика