Күп кеше һалым буйынса бурыстарын аңлы рәүештә түләргә тырыша

Күп кеше һалым буйынса бурыстарын аңлы рәүештә түләргә тырыша 23.11.2017

Ә бына ҡайһы бер предприятелар һалым түгел, электр энергияһы өсөн дә ваҡытында иҫәпләшмәй икән. Һөҙөмтәлә бөгөн иртән Өфөлә ҡайһы бер маршруттар буйынса йөрөүсе трамвай һәм троллейбустар хәрәкәте сикләнде. Шуға ла башлыса электр транспорты менән файҙаланыусы халыҡ ҡыйынлыҡтар кисерҙе. Республиканың энергия һатыу компанияһы вәкилдәре проблеманың сәбәбен ҙур күләмдәге  бурыстар менән аңлата. Йәнәһе лә баш ҡаланың муниципаль электр транспорты идаралығының 200 миллион һумдан ашыу бурысы йыйылған.

Зорге урамында йәшәүсе Наилә Уразмановаға көн һайын тиерлек электр транспортында йөрөгә тура килә. Әммә бөгөн ул 18-се маршрут буйынса йөрөүсе трамвайҙы көтөп ала алмауына аптырап ҡалды. Шуға ла хәҙер уға «Йәшел Сауҡалыҡ» биҫтәһенә барыу өсөн иң тәүҙә Октябрь проспектына атлап төшөргә, һуңынан инде автобусҡа ултырырға кәрәк буласаҡ. Әлбиттә, оло быуын вәкиленә был еңелдән түгел.  
Бөгөн Өфөлә 12-се, 13-сө ҡыҫҡа һәм 21-се, шулай уҡ 1-се, 16-сы һәм 18-се маршруттар буйынса йөрөүсе троллейбус-трамвайҙар хәрәкәтенә сикләүҙәр индерелде. Һөҙөмтәлә электр транспортын көтөүселәр сәғәттәр буйына туҡталыштарҙа торорға мәжбүр булды.  
Бындай сикләүҙәрҙе республиканың энергия һатыу компанияһы етәкселеге ҡабул иткән. Улар билдәләүенсә, Өфөнөң муниципаль электр транспорты идаралығы ҡулланған энергия өсөн 200 миллион һумдан ашыу бурысҡа батҡан. Аҡсалар артабан да ҡайтарылмаған осраҡта ресурстар менән тәьмин итеүсе компания сикләүҙәрҙе арттырырға ниәтләй.
Бындай хәл Өфөлә беренсе тапҡыр ғына теркәлмәй. Быйыл йәй ошо уҡ сәбәп менән баш ҡала урамдары утһыҙ тороп ҡалғайны. Шулай ҙа проблема тиҙ арала юҡ ителде. Бөгөн килеп тыуған ҡыйынлыҡтар ҙа яҡын көндәрҙә ыңғай хәл ителер тип көтөлә. Юғиһә, баш ҡаланың бөтөнләй электр транспортһыҙ ҡалыуы ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку