Күмертау авиация етештереү предприятиеһы модернизацияланасаҡ

Күмертау авиация етештереү предприятиеһы модернизацияланасаҡ 22.10.2014

Һөҙөмтәлә етештереү ҡеүәттәре  һәм үҙ сиратында эш урындары ла бермә-бер артыр тип көтөлә. Был турала «Рәсәй вертолеттары» холдингы етәксеһе Александр Михеев Башҡортостан Президенты менән осрашыуҙа белдерҙе.

Унда республикала авиация өлкәһен үҫтереү юлдары барланды. Атап әйткәндә, һүҙ «Ка» вертолеттары, предприятие алған контракттар үтәлеше һәм эште камиллаштырыу тураһында барҙы. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, был предприятие - Күмертау ҡалаһы халҡының берҙән-бер эш урыны. Цехтарҙа 4 меңгә яҡын кеше эшләй. Республика, илдең халыҡ-ара баҙарҙа эштәре көйһөҙләнеп торғанда, предприятиеға төрлө яҡлап та ярҙам итәсәк, тине төбәк етәксеһе. «Рәсәй вертолеттары» холдингы директоры Александр Михеев әйтеүенсә, предприятиела модернизация эштәре башланған да инде. Инвестициялар йәлеп ителеп «Ка» вертолеттары өсөн агрегаттар, яңы төр техника етештереү яйға һалына башлаған.
 Александр Михеев, «Рәсәй вертолеттары» холдингы директоры: «Холдингтың үҫеш стратегияһында Күмертау предприятиеһына ла ҙур иғтибар бүленгән. Көслө конкурентлыҡ шарттарында «Ка» вертолеттарын камиллаштырыу һәм яңы технолгиялар ҡулланыу мөһим. Предприятиеның финас ауырлыҡтарын да беләбеҙ һәм көрсөктән сығыу юлдарын республика менән бергә эҙләргә тейешбеҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика