Күмертауҙа авария хәлендәге йорттарҙы һүтеү программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла 14.07.2017

Вокзал урамындағы иҫке өйҙәрҙә йәшәгән фатир хужалары яңы торлаҡ менән тәьмин ителгән. Бушап ҡалған биләмәлә тиҙҙән төҙөлөш эштәре башланыр тип көтөлә. Әлегә махсус техника ярҙамында ихаталағы ҡаралтылар алына, тирә-яҡ тәртипкә килтерелә.

Юрий Куров, Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары: «Һүтелгән йорттарҙан ҡалған сүп-сарҙы сығарыу өсөн ойошмалар менән ярты миллион һумлыҡ килешеү төҙөлгән. Көнөнә 60-лап машина сүп-сар йыйыла. Был урында яңы төҙөлөш башлар өсөн эште тиҙ һәм сифатлы итеп башҡарыу мөһим».
Иҫке тип танылған йорттарҙан күсерелгән кешеләр иһә яңы фатирҙарында ремонтты тамамлап ҡышлаған да инде. Улар өсөн хәҙер эҫе һыу юҡлығы, серек иҙәндәр, нигеҙ емерелеүе кеүек проблемалар артта ҡалған.
Нестер Каллистратов, яңы фатир хужаһы: «Элекке йортобоҙ 51-се йылда һалынған ине. Яңы яңы була инде, ҡайһы бер күршеләр  һыуыҡ тип зарлана, миңә ҡалһа, йортта һәр саҡ нормаль температура һаҡлана».
Сәлимә Әхмәтова, яңы фатир хужаһы: «Бер йылға яҡын йәшәйбеҙ. Ҡәнәғәтбеҙ. Барыһы ла оҡшай. Етешһеҙлектәрҙе, мөрәжәғәт итһәк шунда уҡ эшләп ҡуялар. Мәҫәлән, дәғүә белдергәйнек, тәҙрәләрҙе алмаштырҙылар».  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика