Күмәртәләп һатыусылар үткән аҙнала дөгөгә хаҡтың 10 процентҡа артыуын теркәй 04.08.2015

Июнь менән сағыштырғанда, уның тоннаға ҡарата булған айырмаһы 3 мең ярым һум тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта аналитиктар был йәй аҙағы өсөн ғәҙәти күренеш тип билдәләй. Сөнки былтырғы уңыш тулыһынса тиерлек эшкәртелеп бөтөлгән, яңыһы хаҡтарҙы кире төшөрөр тип көтөлә. Күмәртәләп һатыу хаҡтарының күтәрелеүе ҙур селтәрҙәрҙә нисек сағыласағы әлегә билдәһеҙ. Был осраҡта күп нәмә супермаркеттар сәйәсәтәтенә ҡайтып ҡала.

Ниндәй генә заманса матур, таҙа һәм арзан супермаркеттар булмаһын, баҙар көнүҙәклеген юғалтмай. Тик бында ғына рәхәтләнеп аралашырға, күңелең булғансы һатыулашырға була. Өҫтәүенә, сауҙа рәттәрендә үҙебеҙҙә үҫкән таҙа продукцияны осратырға була. Ғәҙәттә, емеш-еләк менән хаҡлы ялдағылар һатыу итә. Уларға баҡсасылыҡ өҫтәмә табыш килтерә. Разия Сәхибгәрәева лә уңыш мәлендә күберәк аҡса эшләп ҡалырға тырыша.
Һатыусылар ҙа хәҙер күберәк һайланырға мәжбүр. Көн дә артыусы хаҡтарға ҡарап ғаилә бюджетын ҡыҫып тотонорға тура килә, ти халыҡ.
Һандарға килгәндә, дөгөнән тыш, ҡарабойҙайҙың да ҡиммәтләнеүе күҙәтелә.
Үткән аҙнала ул 6 мең ярым һумғы күтәрелеп, әле тоннаһы 40 меңгә һатыла. Башҡа һиҙелерлек үҙгәрештәр юҡ. Киреһенсә, ҡайһы бер тауар категориялары буйынса хаҡтарҙың түбәнәйеүе лә күҙәтелә.
Рөстәм Камалетдинов, Башҡортостандың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе: «Донъя иҡтисадындағы хәл аҙыҡ-түлек баҙарына үҙгәреш индерҙе тип әйтеп булмай. Сөнки улар былтыр  уҡ хаҡтарҙың 15 процент самаһына артыуҙа сағылды. Әле миҙгелгә ярашлы, йәшелсә-емеш һәм башҡа ҡайһы бер  аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың түбәнәйеүе күҙәтелә».
Күсемһеҙ милек баҙарында ла хаҡтар элекке кимәлдә һаҡлана, ти белгестәр. Яңы төҙөлөүсе фатирҙарға ихтыяж һаман да юғары, уларҙы һатып алыу килешеүҙәре көн дә тиерлек теркәлә. Ә бына иҫке йорттарҙағы торлаҡ оҙағыраҡ һатыла, ти риэлторҙар. Был беренсел төҙөлөүсе объектта фатир алыуға бирелгән дәүләт субсидияларына бәйле. Ләкин хәлдең артабан нисек үҫеш алырын әле бер кем дә аныҡ ҡына әйтә алмай.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика