«Күләгәлә» эшләүсе йүнселдәр  арҡаһында  бюджет 10 миллиард һумға тулыланып етмәй 05.12.2014

Был турала Башҡортостан буйынса федераль инспектор Андрей Чечеватов хеҙмәт мөнәсәбәттәрен легалләштереү, рөхсәтһеҙ мәшғүллекте кәметеү буйынса координация советының эшсе төркөмө ултырышында белдерҙе.

Андрей Чечеватов әйтеүенсә, тейешенсә теркәлмәгән хеҙмәткәр пенсия һәм башҡа социаль пакеттан ҡолаҡ ҡағыу ғына түгел, тотош ил иҡтисадына ла зыян килтерә. Эш хаҡын конвертта биреү тәжрибәһе бер республикала ғына түгел, тотош илдә киң таралған. Илдә 88 миллион эшсе халыҡтың 49 миллионы ғына рәсми теркәлгән. Республикала иһә 2 миллион ярым хеҙмәт йәшендәге халыҡтың 31 проценттан ашыуы легаль иҡтисадта эшләмәй. Был проблема  властың иң түбән кимәлендә, урындарҙа хәл ителә башларға тейеш, тине федераль инспектор.
Андрей Чечеватов, Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор: «Күләгәлә» эшләүсе эшҡыуарҙар һәм хеҙмәткәрҙәрҙе асыҡлау эше властың иң түбән кимәленән башланырға тейеш. Сөнки хоҡуҡ боҙоуҙар урындарҙа башланып, үрләй бара арта ғына. Йыш ҡына муниципалитеттар йәшерен эшләүсе бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеларын үҙҙәре үк ҡурсалай. Һөҙөмтәлә ҡаҙна 50 процентҡа тиклем килемһеҙ ҡала».
Был мәсьәләләр хеҙмәтте һаҡлау буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында ла тикшерелде. Белгестәр әйтеүенсә, быйыл  эш урындарында теркәлгән бәхетһеҙ осраҡтар кәмегән. Йәмғеһе производствола 330 кеше йәрәхәтләнгән,  46 кешенең ғүмере өҙөлгән.
Татьяна Астрелина, Башҡортостан буйынса баш дәүләт хеҙмәт инспекторы: «Ғөмүмән алғанда республикала был өлкәлә хәл яҡшыра бара. Эш урындарында тикшереү барышында 3 меңгә яҡын ҡағиҙә боҙоу осраҡтары асыҡланды. Былтыр ул 4 меңдән ашҡайны. Бигерәк тә транспорт һәм төҙөлөш өлкәһендә хеҙмәтте һаҡлау эшенә һүлпән ҡарайҙар».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика