Италия технологиялары нигеҙендә Башҡортостанда сыр етештереләсәк

Италия технологиялары нигеҙендә Башҡортостанда сыр етештереләсәк 31.10.2015

Һәм Өфөлә Италия йорто асылыуы ихтимал. Был хаҡта Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың Италияға эш сәфәре барышында һөйләшеп килешелде. Миланда республика етәксеһе халыҡ ара ЭКСПО-2015 күргәҙмәһе менән танышты. Унда 145 дәүләттән аҙыҡ-түлек етештереүсе компаниялар үҙ продукцияһын тәҡдим итә. Рәсәй төбәктәрен сағылдырыусы павильон күргәҙмәлә ҙур абруй менән файҙалана. Тап ошонда Рөстәм Хәмитов Италия эшҡыуарҙары менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе. Германия, Ҡаҙағстан, Австрия павильондарын ҡараны.

«Сит ил инвесторҙарына республикала «йәшел ут» һәм һәр яҡлы ярҙам вәғәҙә итәбеҙ,- тине Башҡортостан башлығы. «Әммә беҙ әҙер продукцияны һатып алыу яҡлы түгел. Беҙ республика биләмәһендә яңы производстволар асыу яҡлы. Сәфәр сиктәрендә ике тиҫтәнән ашыу компания вәкилдәре менән осраштыҡ. Һәм уларҙың дүрт-бише генә республикаға килһә лә, был ҙур уңыш», - тине. Рөстәм Хәмитов, күргәҙмә буйынса үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашып.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку