Исем, фамилия һәм тыуған көндәр бер икән, тимәк, бурыс та уртаҡ!

Исем, фамилия һәм тыуған көндәр бер икән, тимәк, бурыс та уртаҡ! 14.11.2017

Башҡорт дәүләт университеты студенты Алина Аҡбашева иңенә аҙашының финанс проблемалары төшә. Баҡтиһәң, суд приставтары ҡыҙҙың банк иҫәбенә арест һалып, уны 13 мең һумлыҡ стипендияһыҙ ҡалдырған. Сит кешенең  бурысын ҡаплауға киткән аҡсаны хәҙер нисек ҡайтарырға?!

Алина Аҡбашеваға уҙған ай өсөн 13 мең һумлыҡ стипендияһы килмәй. Социаль түләүҙәрҙең ҡайҙа булыуын белергә тип ҡыҙ банкҡа мөрәжәғәт итә.  Асыҡланыуынса, уның «Уралсиб»тағы иҫәбенә суд приставтары арест һалған. Йәнәһе лә Алинаның «Уралдағы реконструкция һәм үҫеш банкына» йөҙ мең һумдан ашыу бурысы бар.
Суд ҡарары буйынса ла студент ҡыҙ хаҡында мәғлүмәттәр яртылаш ҡына тура килә - ни бары исем-фамилияһы һәм тыуған көнө оҡшаш. Ә паспорттағы ҡалған мәғлүмәттәр айырыла. Алина Аҡбашева үҙе тыуыу һәм йәшәү урыны буйынса Ауырғазы районында теркәлгән булһа, ошо уҡ исемле бурыслы ҡыҙ Өфөнән.
Дөрөҫлөк эҙләү маҡсатында беҙ, Алина Аҡбашеваның аҙашы йәшәгән  адрес буйынса юлландыҡ. Тик ул өйҙә булмай сыҡты, Түбәнге Новгородта эштә. Шулай ҙа яҡындары уның телефон номерын биреүҙән баш тартманы. Ҡыҙға шылтыратҡас, ул беҙгә киҫкен хәлгә аныҡлыҡ индерҙе. Ысынлап та, былтыр ул дуҫына кредит алыуҙа ярҙамлашҡан була, әммә түләүҙәр ваҡытында башҡарылмау сәбәпле был эш суд приставтарына тиклем барып етә. Өфө ҡыҙы - Алина был осраҡтан зыян күргән аҙашына, хатта, матди яҡтан ярҙам итергә әҙерлеген дә белдерҙе.
Бар бәлә - бурыс талап итеүсенең суд приставтары хеҙмәтенә бурыслы хаҡында дөрөҫ тултырылмаған документ ебәреүендә. Бынан тыш, банк хеҙмәткәрҙәре лә Ауырғазы районы ҡыҙы Алина Аҡбашеваның паспорт мәғлүмәттәрен ентекләп тикшереп тормай, финанс ойошмала иҫәбе барлығы хаҡында хәбәр итә. Хәйер хата асыҡланды. Ҡыҙ ҙа тиҙҙән стипендияһын аласаҡ.
Суд приставтары билдәләүенсә, артабан бындай буталсыҡ хәл ҡабатланмаһын өсөн бурысты талап итеүсе һәм зыян күреүсе араһында тағы ла тикшереү эше ойоштороласаҡ.
Исем-фамилияһы, тыуған көнө һәм йәше буйынса паспорттағы мәғлүмәттәре тура килгән ҡыҙҙар быға тиклем дә документтар юллауҙа төрлө ҡатмарлыҡтарға тап булған. Әйтәйек, Алина Аҡбашева дүртенсе йыл медицина полисын юллай алмай интегә. Бөгөн йәштәр үҙ-ара телефон аша бәйләнешкә инеп, киләсәктә барлыҡ проблемаларын бергә хәл итергә килеште.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика