Исем, фамилия һәм тыуған көндәр бер икән, тимәк, бурыс та уртаҡ!

Исем, фамилия һәм тыуған көндәр бер икән, тимәк, бурыс та уртаҡ! 14.11.2017

Башҡорт дәүләт университеты студенты Алина Аҡбашеваға уҙған ай өсөн 13 мең һумлыҡ стипендияһы килмәй. Социаль түләүҙәрҙең ҡайҙа булыуын белергә тип ҡыҙ банкҡа мөрәжәғәт итә. Асыҡланыуынса, уның «Уралсиб»тағы иҫәбенә суд приставтары арест һалған була.

Йәнәһе лә Алинаның «Уралдағы реконструкция һәм үҫеш банкына» йөҙ мең һумдан ашыу бурысы бар, тик суд ҡарарына ярашлы, студент ҡыҙ хаҡында мәғлүмәттәр тик яртылаш тура килә - исем-фамилияһы һәм тыуған көнө генә. Ә паспорт буйынса теркәлгән йәшәү урыны һәм тыуған урыны - башҡаса яҙылған. Алина Аҡбашева үҙе Ауырғазы районынан булһа, ошо уҡ исемле бурыслы ҡыҙ Өфөнән.
Беҙҙең хәбәрселәр бурыслының адресы буйынса барып, был осраҡҡа аныҡлыҡ индерергә тырышты. Тик Алина әлегә Түбәнге Новгородта булыуы асыҡланды. Ҡыҙ үҙенең исем-фамилияһы һәм тыуған көнө, йәше буйынса тулыһынса оҡшаш тағы ла бер кеше булыуы хаҡында мәғлүм. Баҡтиһәң, ошо сәбәпле медицина полисын юллай алмай интегә. Суд приставтарының ҡарарына килгәндә, ул түләнмәгән кредит өсөн, килешеү буйынса яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған булып сыға. Банкҡа аҡсаны дуҫы ҡайтара алмаған.
Ике ҡыҙ үҙ-ара аңлашты ла ул, тик киҫкен проблема тулыһынса хәл ителмәне. Кредит килешеүҙәре төҙөмәгән Ауырғазы ҡыҙы Алина Аҡбашева киләһе айҙарҙа ла стипендияһыҙ ҡалыуҙан ҡурҡа. Суд приставтары ҡыҙҙан яуаплылыҡты алырмы?! Осраҡ буйынса тулыраҡ репортажды киске сығарылыштарҙа ҡарағыҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика