Ипотека буйынса ставка 2019 йылға 6 процентҡа тиклем түбәнәйә

Ипотека буйынса ставка 2019 йылға 6 процентҡа тиклем түбәнәйә 09.06.2017

Был турала торлаҡ ипотека кредитлауы агентлығы хәбәр итте. Аналитиктар фекеренсә, инфляция кәмеүенә торлаҡ кредиты буйынса ставкаларҙың төшөүе сәбәпсе булып тора. Ипотеканың арзанайыуына бәйле, күсемһеҙ милек белгестәре яңы төҙөлөштәрҙәге фатирҙарға хаҡ артасаҡ тип фаразлай.

Адель Сәйфуллина, Өфөнөң күсемһеҙ милек компанияһы генераль директоры: «Логика ябай: ипотека арзаная, кешеләр яңы төҙөлөштәрҙән күпләп фатир һатып ала башланы. Йәғни, ихтыяж артҡас хаҡ та күтәрелә.  Бөгөн беҙ Өфөлә ипотека килешеүҙәре күп төҙөлөүен күҙәтәбеҙ. Тимәк, был ҡалала йәшәүселәр торлаҡ шарттарын хаҡ күтәрелгәнсе яҡшыртып ҡалырға тырышыуын күрһәтә».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика