Инвестицияларһыҙ үҫеш, киләсәк юҡ, әммә былтыр республикаға йәлеп ителгән аҡса күләме яҡынса 5-10 процентҡа кәмегән

Инвестицияларһыҙ үҫеш, киләсәк юҡ, әммә былтыр республикаға йәлеп ителгән аҡса күләме яҡынса 5-10 процентҡа кәмегән 18.01.2018

Был турала бөгөн Республика башлығы Башҡортостандың ҡеүәтле предприятиелары етәкселәре менән осрашыуҙа белдерҙе. Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, төбәктә уңайлы инвестиция мөхите тыуҙырылған, әммә проблемалар ҙа юҡ түгел. Ултырышта тап ошо мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү юлдары хаҡында һүҙ барҙы.

«Буринтех» предприятиеһы Республиканың ғына түгел, Рәсәйҙең иң ҡеүәтле ойошмаларының береһе һанала. 20 йылға яҡын эшләп килгән предприятие ил баҙарының 60 процентын быраулау һәм ремонтлау ҡоролмалары менән тәьмин итә. Өфөлә  етештерелгән тауар шулай уҡ  Ғәрәп Әмирлектәренә, Америка Ҡушма штаттарына, Канадаға һәм  башҡа бик күп дәүләттәргә оҙатыла.  Санкциялар предприятиеның мөмкинлектәрен  киңәйткән, әммә   кадрҙар менән бәйле  проблема бар.
Рөстәм Хәмитов осрашыуҙа дәүләт предприятиеларға бар яҡлап та ярҙам күрһәтергә әҙер, тип белдерҙе, тик иҡтисади үҫеш кенә булһын. Ә алға китеш өсөн тәү сиратта инвестициялар йәлеп итеү мотлаҡ. Был үҙ сиратында  яңы эш урындары, бюджетҡа килем тигән һүҙ.
Башҡортостанда инвестициялар йәлеп итеү өсөн уңайлы мөхит тыуҙырылған. Сәнәғәт үҫеше фонды ойошторолған, махсус инвестиция контракты төҙөлгән, уларға бюджеттан аҡса һалына. Ер һалымына, алынған табышҡа ташламалар ҡаралған. Әммә финанс система яғынан да булышлыҡ талап ителә, страховка, банк проценттарын кәметеү мөһим.
Осрашыуҙа, Газпром нефтехим Салауат, Башнефть, Учалы тау-байыҡтырыу, Кумертау авиация-етештереү предпритияелары етәкселәре  инвестициялар йәлеп итеү буйынса эшмәкәрлеге, киләсәккә пландары менән таныштырҙы. Был еңел эш түгел, сөнки ҡеүәтле инвесторҙар ҙа   гарантия булмайынса аҡса һалырға ашыҡмай, әммә комплекслы эш алып барғанда уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Мәҫәлән, 2016 йылда республикаға 360 миллиард һум инвестиция һалынған. Әле урында бер нисә  ҡеүәтле сит ил компанияһы  үҙ обьекттарын төҙөй.
Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса үткән йылда йәлеп ителгән  инвестициялар күләме 5-10 процентҡа кәмегән. Артабан инде күрһәткестәрҙең түбәнйеүенә юл ҡуймау мөһим. Сөнки санкицяларҙыңэ йоғонтоһо әле булһа ла дауам итә, ситтән технологиялар индереү менән бәйле ҡатмарлыҡтар ҙа бар.шуға күрә үҙебеҙҙең предприятиеларҙың етештереүсәнлеген күтәреүгә, импортты алмаштыруға иғтибарҙы көсәйтеү мотлаҡ.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку