Инвалидтарҙы техник реабилитациялау саралары менән тейешенсә тәьмин итеү өсөн былтыр республикаға федераль бюджеттан 1 миллиард һумдан ашыу, быйыл 933 млн һум аҡса бүленгән

Инвалидтарҙы техник реабилитациялау саралары менән тейешенсә тәьмин итеү өсөн былтыр республикаға федераль бюджеттан 1 миллиард һумдан ашыу, быйыл 933 млн һум аҡса бүленгән 18.08.2016

Был сумма маҡсатҡа ярашлы файҙаланыла.

Күреү һәләте сикләнгән Сергей Ширшов яҙылғандарҙы уҡый алыуына ҡыуана. Уға видеоҙурайтҡыс ярҙамға килә. Был приборға эйә булыр өсөн ул социаль страховкалау фондына мөрәжәғәт итә.  
Сергей Ширшов: «Инвалидлыҡ алғас, мин  социаль страховкалау фондына мөрәжәғәт иттем».
Билдәләнгән ваҡытҡа миңә 3 аппарат: стационар видеоҙурайтҡыс, яҡтыртҡыслы лупа һәм ҡул видеоҙурайтҡысы бирелде. Улар ярҙамында тексты алыҫтан уҡый алам. Прибор менән әүҙем ҡулланам.
Ошо көндәрҙә республикаға Башҡортостан тәжрибәһен өйрәнеү өсөн  Удмурт Республикаһындағы хеҙмәттәштәре килде. Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе  Удмурт Республикаһы Фондына кураторлыҡ та итә.
Күрше өлкәнән килгән хеҙмәттәштәре билдәләүенсә, улар инвалидтар мәсьәләләрен хәл итеүҙә Башҡортостан тәжрибәһен үҙҙәрендә таратасаҡ.
Надежда Лобанова, Рәсәй социаль страховкалау фондының Удмурт республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе идарасыһы: «Республикала 3 көн эшләйбеҙ. Фондтың бындай юл буйынса китеүенән ҡәнәғәтмен. Эш беҙгә таныш булһа ла, бығаса 5 йыл был юҫыҡта шөғөлләнмәнек. Ҡануниәттәге үҙгәрештәр һәм төбәк аппаратының эш тәжрибәһе беҙҙең өсөн үтә лә әһәмиәтле. Беҙҙең эштә лә ярҙам итер тип ышанам. Был тәңгәлдә беҙгә йүнәлеш күрһәтелде. Уны үҫтереү, киңәйтеү беҙҙең ҡулда».  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку