Инфляция дөйөм федераль кимәлдән түбән, етештереү кимәле һәм хеҙмәт хаҡы арта

Инфляция дөйөм федераль кимәлдән түбән, етештереү кимәле һәм хеҙмәт хаҡы арта 29.05.2017

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә һуңғы дүрт айҙың төп иҡтисади күрһәткестәре барланды. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда сәнәғәттә етештереү күләме  - 2,1 процент, агросәнәғәт комплексы 3,1 процент үҫеш күрһәткән.

Эш хаҡы 1,7 процентҡа юғарыраҡ. Бюджет өлкәһендә эшләүселәргә хеҙмәт хаҡын күтәреү был күрһәткесте тағы ла арттырасаҡ. Иҡтисадтағы тотороҡлоҡ енәйәттәр һанының  кәмеүенә лә булышлыҡ иткән. Мең кешегә 47 енәйәт осрағы тура килә, был үткән йылдың ошо уҡ осоро  менән сағыштырғанда күпкә кәмерәк. Төбәк бюджетын тулыландырыуҙа ла үҫеш күренә. Республика ҡаҙнаһының килем өлөшө 2,8 миллиард һумға артҡан.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика