Илеш районында техника төҙөклөгөнә ҙур иғтибар бүленә 29.12.2016

«Кировец» предприятиеһында иҫке тракторҙар яңыртыла. Райондың ремонт -техника предприятиеһында ауыл хужалығы өсөн металл конструкциялар һәм ҡорамалдар етештерелә. Киләсәктә Италия белгестәре менән берлектә һөт-тауар фермаларында мал аҙығы таратыу машинаһы ла сығарыла башлаясаҡ.    

Һөт һәм ит етештереү фермаларында был машина тиҙҙән алыштырғыһыҙ хеҙмәт ҡоралы буласаҡ. Ул Италияла етештерелгән. Илеш механиктары сит илгә барып «Заго» фирмаһының аҙыҡ татартыу ҡоролмаһын үҙебеҙҙә күпләп етештереү өсөн килешеү төҙөп ҡайтҡан. Италиянан уның ваҡ деталдәре алынасаҡ, ә ҡалған өлөштәрен Илеш районында йыйыу күҙаллана. Ауыл хужалығы өсөн кәрәкле техниканы үҙебеҙҙә етештереү алты йөҙ мең һумға арзаныраҡҡа төшәсәк. Хаҡы ике миллион һум тирәһе буласаҡ.
Ремонт-техника ремонталау предприятиеһы етәксеһе Наил Кашапов һәр ваҡыт яңылыҡ уйлап таба. Юғары класлы инженер-механик башлыса тауар бетоны һәм сәнәғәт өсөн ангарҙар етештерә. Тимер конструкцияларҙан ҡоролған мал фермалары, бойҙай һәм бесән һаҡлау өсөн ҡыуыштар ҙа хужалыҡтарҙа ихтыяж менән файҙалана. Был ойошма тарафынан егерменән ашыу объект сафҡа ингән. Ауыл хужалығында ҡулланыу өсөн 12-ләп һыйыр, быҙау аҙбарҙары,бесән иген һаҡлау келәттәре төҙөлгән.  
Илештә киләһе мул уңышҡа нигеҙ тап ошо цехта һалына. Бында К-700, Т-150 тракторҙары яңынан һүтеп ҡорола.Двигательдән алып башҡа ваҡ өлөштәргә тиклем алмаштырыла. Двигательдәр Ульяновск ҡалаһынан ҡайтартыла.
Ауыл хужалығы техникаһын модернизациялауға 40 процент дәүләт ярҙамы күрһәтелә. К-700 һәм К-150  тракторҙарына ҡеүәтле двигателдәр ҡуйыу яғыулыҡты экономияларға ярҙам итәсәк.
Башҡортостандың Илеш районы инвестицияларҙы йәлеп итеү өсөн иң ҡулай төбәк һанала. Ауыл хужалығы техникаһын модернизациялау, заман талаптарына яуап бирерлек яңы техника етештерә башлау райондың иҡтисадын үҫтереүгә булышлыҡ итеп , эшҡыуарҙарҙың хеҙмәттәшлек даирәһен киңәйтәсәк кенә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика