Илдәге иҡтисади  көрсөктән төбәктәр ярҙамында ғына сығырға мөмкин 25.02.2015

Был турала Республика башлығы «Эксперт-Урал» журналына биргән интервьюһында ла әйтеп үтте.

Иҡтисади көрсөктән сығыуҙың  һөҙөмтәле юлы эшҡыуарлыҡ өлкәһен әүҙемләштереү, административ баҫымды кәметеү. Финанс ағымдың көсәйеүе көрсөктө еңергә ярҙам итәсәк.  Үҫештең яңы мөмкинлектәре импортты алмаштырыуҙа ғына түгел,  иҡтисади моделде оҫта итеп ҡора белеүҙән дә тора. Эшҡыуарҙарға юғары һалым,  кредит ставкалары, власть, күҙәтеү структуралары тарафынан  хоҡуҡ боҙоуҙар ҡамасаулай. Уларҙы сикләү өсөн төбәктәргә ҙур вәкәләттәр талап ителә.  Бизнес ғәҙел мөнәсәбәткә  тиҙ яуап бирә. Республикала  социаль йөкләмәләрҙе үтәү өҫтөнлөклө  йүнәлеш булып ҡала. Һәм был тәңгәлдә төп бурыс эшҡыуарҙар иңенә ята.
Иҡтисади фәндәр докторы, профессор Абел Аганбегян  әйтеүенсә, иҡтисади көрсөктән 4-5 йылдан ғына сығырға мөмкин. Бөтә донъяға билдәле ғалим был турала  бөгөн Өфөлә, Башҡорт дәүләт университетында лекция уҡығанда белдерҙе. Абел Аганбегян  илдәге иҡтисади хәлгә байҡау яһаны, һуңғы осорҙа барлыҡҡа килгән финанс проблемаларҙың сәбәптәрен һәм  уларҙы хәл итеү юлдарын атап үтте.
Абел Аганбегян, Рәсәй фәнәдәр академияһы академигы: «Иҡтисади көрсөктән 4-5 йылдан ғына сығырға мөмкин.  Был мәлдә нвестициялар йәлеп итеү талап ителә. Һәм  тәү сиратта иғтибарҙы фән, юғары технологиялар, торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә   йүнәлтеү мотлаҡ».
Осрашыуҙа Абел Аганбегян  һорауҙарға ентекле яуап та бирҙе. Башҡортостан белгестәре  ғалимдың фекере менән килешә, әле Башҡортостан  тап инвестициялар йәлеп итеү өҫтөндә эшләй. Айырыуса көнсығыш илдәр менән бәйләнештәр нығытыла. Ҡытайға эшлекле сәфәр  ойоштороу тиҫтәнән ашыу берлектәге проектҡа нигеҙ һалған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика