Ихата биләмәһе тәртиптә булһын тиһәң, федераль программаға ҡушыл!

Ихата биләмәһе тәртиптә булһын тиһәң, федераль программаға ҡушыл! 29.11.2017

Өфөнөң Баязит Бикбай, Яр буйы урамындағы күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр яңы үҙгәрештәргә шатланып бөтә алмай. Программаға ярашлы, бер юлы йәнәш ултырған һигеҙ йорт алдына асфальт һалына, балалар майҙансығы, спорт менән шөғөлләнеүселәр өсөн тренажер ҡоролмалары сафҡа индерелә. «Ҡала мөхите» программаһы ярҙамында республикала күпме ихата биләмәһе ипкә килтерелгән? Киләсәккә ниндәй пландар?

Ихата биләмәһенә килеп инеү менән, хайран ҡалырлыҡ! Тирә-яҡта бөхтәлек: тигеҙ, иркен асфальт юлдар. Хәйер, был матурлыҡҡа урында йәшәүселәр үҙҙәре лә ышанып бөтә алмай. Ҡасан ғына яҙлы-көҙлө машиналар батҡаҡҡа батып ултырһа, бөгөн тимер ат хужаларын был мәсьәлә борсомай.  
Әүҙем тормош алып барыусылар бер юлы өс программаға ҡушыла. «Ҡала мөхите», урындағы башланғыстарҙы яҡлау һәм «Реаль эштәр». Һөҙөмтәлә балалар өсөн уйын майҙансыҡтары сафҡа инә. Тренажерҙар урынлаштырылыуы йорт эргәһендә үк спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеген бирә. Фатир хужалары әйтеүенсә, программаларҙа ҡатнашыу өсөн берҙәмлек кәрәк, сөнки ремонт, төҙөкләндереү өсөн тейешле сумманың бер өлөшөн улар үҙҙәре йыйырға тейеш, ҡалғаны  дәүләт ҡаҙнаһынан бүленә.
Программала әүҙем ҡатнашыусылар, ихата биләмәһен тәртиптә тотоуҙы үҙ өҫтөнә алған. Быйыл республикала «Уңайлы ҡала мөхите» проектын тормошҡа ашырыу өсөн 1 миллиард һум аҡса бүленгән. Программала 23 муниципалитет ҡатнашып, 401 ихатаны төҙөкләндерелеүгә өлгәшелә.
Быйыл программаға республиканың Яңауыл, Учалы райондары әүҙем ҡушылған. Нефтекама ҡалаһында йәшәүселәрҙең теләге, әүҙемлеге менән 17 миллион һумға 14 проект тормошҡа ашырыла. Октябрьскийҙа күптән түгел Юрий Гагарин исемендәге паркта тәүге космонавт иҫтәлегенә бюст асыла. Биш йыл дауамында программа республика халҡына уңайлы шарттар булдырыр тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку