Икеләтә байрам

Икеләтә байрам 11.10.2016

Республика көнө уңайынан Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында Колибри йәмғиәтенең тағы бер филиалы үҙ ишектәрен асты. Был предприятие көньяҡ райондарҙа  тормошҡа ашырылған инвестиция проектының бишенсеһе. Белеүебеҙсә, быйыл ғына ошондай уҡ тегеү цехтары райондың Ҡолсора һәм Йомаш ауылдарында асылып, йөҙҙән  ашыу кеше эшле булғайны.  Был оҫтаханала ла йөҙ эш  урыны ҡаралған, әле цех хеҙмәткәрҙәр менән тулыландырыла.  

Урындағы халыҡ тегеү цехының асылыуын   түҙемһеҙлек менән көтә.  Сөнки бөгөнгө көндә халыҡты эш урыны менән тәьмин итеү- көн талабы. Урында гөрләп эшләп торған ойошма-предприятиелар, колхоз ауыл тормошона бер ни тиклем  йәм өҫтәй. Эш бар икән, тимәк, ауылдың киләсәге лә бар тигән һүҙ.
Элекке балалар баҡсаһы бинаһын тергеҙеп, унда тегеү цехын булдырыу урындағы етәкселәрҙең хеҙмәтенә бәйле. Әле бында күрше-тирә ауылдарҙан утыҙҙан ашыу ҡатын-ҡыҙ эшкә йәлеп ителгән, киләсәктә  цехта эш урынын  йөҙгә тиклем еткереү  күҙаллана. Ләкин яны предприятиеға  эләгеү өсөн дә һынау ҙур. Тәүҙә ҡатын-ҡыҙҙар  ике ай буйы әҙерлек курстары  үтә,  уларға баштан уҡ стипендия менән ярҙам итәләр.  
Ә  бына  Буранбай ауылынан  тегенсе Гүзәл Раева өсөн был көтөп алынған эш урыны. Сөнки был төбәктә теген фабрикаларының,  күңелең ятҡан һөнәрең буйынса эш булмауы уны күптән борсоуға һалған. Күрше ауылдан йөрөп эшләүенә ҡарамаҫтан, яратҡан  эшенә бар күңелен һалып тотонған.
Алда асылған теген цехтары махсус кейемдәр етештерһә, әлегеһендә балалар өсөн комбинезондар тегәләр. Эштең ауыр булыуына ҡарамаҫтан, бер ай эсендә улар комбинезонды тегеү  серҙәренә төшөнөп тә алған.
Ошондай уҡ теген цехтарын райондың тағы Билал ауылында һәм Баймаҡтың үҙендә асыу  күҙаллана. Ә был инде төп проблема -эшһеҙлекте хәл  итеүҙә бер аҙым буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку