Ике йыл эсендә егерме проект һәм утыҙ миллиондан ашыу аҡса

Ике йыл эсендә егерме проект һәм утыҙ миллиондан ашыу аҡса 30.07.2016

Йылайыр районы урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһына иң тәүге һәм әүҙем ҡушылыусыларҙың береһе. Уның ярҙамында төбәктә байтаҡ көнүҙәк социаль мәсьәләр хәл ителгән. Ҡайһылыр ауылда һыу үткәрелгән, юл һалынған, ә бәғзеләре трактор һатып алған.

Әкиәт донъяһын хәтерләткән балалар майҙансығы күптән түгел генә убырлы ҡарсыҡ  ихатаһына оҡшап тороуын күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Был урында үткеһеҙ йырын һәм шырлыҡ ине, ти урындағылар. Хәҙер иһә убыр әбейҙең өйө генә  тороп ҡалған. Уныһы ла тылсымлы таяҡ ярҙамында  балаларҙың яратҡан йортона әйләнгән.
Әкиәт иле Йылайырҙа йәшәүсе халыҡтың кескәйҙәргә бүләге. Балалар уйнарлыҡ урын булдырыу тураһында улар күптән хыялланған. Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы барлыҡҡа килеү менән халыҡ бер тауыштан майҙансыҡ төҙөтөргә ҡарар иткән.
Балалар майҙансығын төҙөүгә йәмғеһе 1 миллион 8 йөҙ мең һумға яҡын аҡса тотонолған. Шуның 1 миллион 377 меңе республика бюджетынан, ә ҡалған өлөшөн урындағы халыҡ һәм эшҡыуарҙар йыйған.  Был аҡсаларға ер тигеҙләнгән, йыһаздар һатып алынған, фонтан урынлаштырылған һәм майҙансыҡ тирәләй камералар ҡуйылған.Улар аша һәр ата-әсә үҙ  балаһының ҡайҙа йөрөүен, нисек уйнауын күҙәтә ала.
Иван-ҡыуалат ауылы халҡы программала ҡатнашып алған аҡсаларға трактор һатып алыуҙы хуп күргән. Техника төпкөл ауыл өсөн ярҙамсы ғына түгел, ҡотҡарыусы ла. Ҡышҡы бурандарҙа юл һөрөү, коммуникациялар үткәреү, башҡа көндәлек эштәрҙе башҡарыу хәҙер бер ни тормай. Кемгәлер инәлеп йөрөү ҙә кәрәкмәй.
Иван-Ҡыуалат ауылы урындағы башланғыстар программаһында  ике йыл рәттән ҡатнаша. Былтыр улар урамды яҡтыртыу ҡоролмаларын тулыһынса алмаштырған. Ильич лампалары урынына ҡараңғы ваҡытта ғына янып-һүнә торған светодиодтар урынлаштырған. Хәҙер урындағы бюджет электр уты өсөн ике тапҡырға аҙыраҡ түләй.
Асфальт түгел, шулай ҙа юл. Ҡашҡарҙа ла хәҙер батҡаҡҡа батып түгел, ә таш юлдан елдерәләр. Был да урындағы башланғыстар программаһында ҡатнашыу һөҙөмтәһе.
Ауыл уртаһында 1 сыҡырым юл һалдырыуға  республика бюджетынан  1 миллион 200 мең һум аҡса бүленгән.  Урындағы халыҡ ,эшҡыуарҙар ҙа тос өлөш индергән.
Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы республикала өсөнсө йыл эшләп килә. Йылайыр районы унда тәүгеләрҙән булып ҡушыла. Төбәк халҡының әүҙемлеге һәм урындағы етәкселектең ярҙамы менән бик күп проекттар еңеп сығып республика хөкүмәте тарафынан хуплау таба. Йәшәйеште яҡшыртыу, социаль мәсьәләрҙе хәл итеү һәм халыҡтың үҙен идара эшенә ылыҡтырыу йәһәтенән программа үтә лә әһәмиәтле, ти йылайырҙар.
Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында  тәүге ике йыл көнъяҡ райондар ғына ҡатанаша алды. Тәжрибә рәүешендә генә башланған проект үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатланы. Быйылдан алып унда республиканың бар райондары ла ҡатнаша аласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку