Ике ойошма араһында уртаҡ килешеүҙең булмауы, етмештән ашыу кешене эшһеҙ ҡалдырған 21.03.2017

Баш ҡаланың "Интеграл" асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре ике аҙнаға яҡын кабинеттарына инә алмай. Баҡтиһәң, холдингтың "Өфө икмәге" компанияһынан ҡуртымға алынған майҙандары өсөн туғыҙ миллион һумдан ашыу бурысы йыйылған. Ваҡытында башҡарылмаған түләүҙәр - бинаны ҡуртымға биреүсене уларға ҡарата мәжбүри сара күреүгә этәрә.

"Интеграл" асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре күҙ асып йомған арала урамда ҡала. Етмештән ашыу кеше 9 марттан алып эш урыны тупһаһын ғына тапай, кабинеттарына эләгә алмай. Ишек улар өсөн ябыҡ!  Баҡтиһәң, ойошманың ҡуртымға алынған майҙандар өсөн бурысы булған, 10 миллион һумға яҡын түләүҙәрҙең ваҡытында күсерелмәүе - ҡыуылып сығыуға килтерә. Ә бит Аксаков урамында урынлашҡан был бинала төҙөлөш компанияһының бөтә юридик, коммерция, проект документациялары, өлөшләтә фатир һатып алыусылар хаҡында йәшерен мәғлүмәттәр ҡалған.
Гүзәл Нуртдинова, "Интеграл" асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары: “Әлегә беҙ баш ҡалала  бәләкәй бер офисты ҡуртымға алырға мәжбүр булдыҡ. Тик унда эшләргә шарттар ғына юҡ - документтарҙан тыш, ҡиммәтле компьютер техникаһы, мебелдәр барыһы ла бинала ҡалды. Кабинеттарға инә алмайбыҙ, һаҡсылар аша үтерлек түгел”.
Төҙөлөш компанияһы хеҙмәткәрҙәре күпме генә ишек шаҡымаһын, уларҙы индереү түгел, ишетергә лә теләмәйҙәр. Бина тиҫтәгә яҡын һаҡсы тарафынан һаҡлана. Шәхси әйберҙәрҙе лә алып сығырлыҡ түгел. "Интеграл" асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Әлфәт Нәзмиев әйтеүенсә, хеҙмәт урынындағы был ҡаршылыҡтар ойошманың милкендә булған "Нефтекама икмәк комбинатын"ың "Өфө икмәге" акционерҙар компанияһына һатылыуына бәйле. Был килешеү декабрҙә төҙөлгән.
Төҙөлөш компанияһы етәкселеге был бинаны тулыһынса һатып алырға ниәтләй, тик барыһы ла бушҡа ғына. Ике яҡ  уртаҡ фекергә килә алмай. Ҡуртымға түләнмәгән хаҡты ҡайтарыуҙы талап итеү - тиҫтәләгән кешене эштән бушатыу менән тамамлана. Хәйер, беҙҙең ижади төркөм ишек аша үтеп инә алды. "Өфө икмәге" акционер компанияһы вәкилдәре бина буйлап сәйәхәт ойошторҙо."
Нисек кенә булмаһын, кабинет ишегенә йәбештерелгән ҡағыҙ йыртылған. Башҡа бүлмәләрҙә лә ишектәр бикле, тик ундағы мебель, документтар теүәллегенә генә шик тыуа. "Интеграл" ойошмаһы етәкселеге барлыҡ кабинеттарҙағы мөлкәтте ун биш миллион һумға баһалай. Хәйер, "Өфө икмәге" акционерҙар компанияһы вәкиле холдинг тарафынан бурыс тулыһынса ҡапланғас та, уларҙы кире ҡайтарырға вәғәҙәләй. "Башҡа предприятиелар бит  ҡуртымға алынған майҙандары өсөн ваҡытында иҫәпләшә. Шуға уларҙың эш режимында ла өҙөклөктәр юҡ,"-ти улар.
Станислав Цаплин, "Өфө икмәге" акционерҙар компанияһы адвокаты: “28 февралдә бинаны ҡуртымға биреү тураһындағы килешеүҙе өҙөү тураһында хат яҙғайныҡ. Беҙгә "Интеграл"дан ышаныс ҡағыҙы кәрәк, кем ниндәй документтарын, шәхси әйберҙәрен алып сығырға теләй, эшселәрҙең исемлеген яҙһындар. Егерме кешене бергә индерергә алмайбыҙ. Сиратлап инеп сығырҙар”.
"Өфө икмәге" акционерҙар компанияһы адвокаты Станислав Цаплин әйтеүенсә, бинала һаҡланған йәшерен мәғлүмәттәргә, документтарға бер кем дә теймәйәсәк. Яҡтарҙың бизнесында уртаҡлыҡ юҡ. Бурысты ғына ҡаплаһындар.
"Интеграл" асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселеге әлеге мәлдә судҡа мөрәжәғәт итергә теләй. Был бинаны милексе булараҡ кире ҡайтарырға теләй. "Барлыҡ документация ла әҙер",-ти улар. Шулай ҙа был хәлдә иң аяныслыһы шул - эш урынына эләгә алмау арҡаһында ярты штат мәжбүри ҡыҫҡартылған.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика