Иглин районында йыл башынан льготалы категориялы граждандарға торлаҡ төҙөлөшөнә өс йөҙҙән ашыу ер участкаһы бушлай бирелгән

Иглин районында йыл башынан льготалы категориялы граждандарға торлаҡ төҙөлөшөнә өс йөҙҙән ашыу ер участкаһы бушлай бирелгән 16.10.2017

Декабрь аҙағына тиклем участкалар тағы ла йөҙ кешегә бүленәсәк. "Әлегә ун ауыл биләмәһе буйынса ер участкаһына сират бөттө,"-ти урында ер бүлеү буйынса комиссия сәркәтибе  Анжелика Тимофеева. Район буйынса льготалы категорияға ҡараусыларға йәмғеһе алты йөҙ ер участкаһы талап ителә. Ғаризалар буйынса башлыса Иглин ауылы биләмәһендәге сутыйҙарға дәғүә итеүселәр күп.

Келәш ауылынан Рәзинә һәм Вил Кәлимуллиндар ҙа тиҙҙән район үҙәгенә күсенәсәк. Дүрт балалы ғаилә бушлай  ер участкаһын алыуға 2012 йылда уҡ сиратҡа баҫа. Ниһәйәт быйыл улар район хакимиәтенән ыңғай яуап менән белдереү ҡағыҙы ала. Киләсәктә үҙҙәренә тәғәйен ер участкаһы янында балалар баҡсаһы һәм мәктәп төҙөлөшө лә көтөлә, тип ҡыуана йәш ғаилә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку