Иглин районындағы карьерҙан марганецлы эзбизды автомобиль юлдары буйлап ташыу төбәктең экологик торошона зыян килтерә

Иглин районындағы карьерҙан марганецлы эзбизды автомобиль юлдары буйлап ташыу төбәктең экологик торошона зыян килтерә 14.09.2017

Сәнәғәт өсөн кәрәкле ҡаҙылдыҡты табыуға махсуслашҡан  ойошма ун йыл эшләп килә һәм ул илдә берҙән-бер. Предприятие эшмәкәрлеген туҡтатмай ғына нисек был ҡатмарлы хәлдән сығырға?

Оло Тәләк халҡы  юлһыҙ ҡалыуға зарлана. Бөтә бәлә- ауыл аша  ауыр йөк  тейәгән машиналар  үтеүендә. Юлды улар боҙа һәм ҙур автомобилдәр артынын ҡупҡан туҙан ауыл кешеләренең  сәләмәтлегенә зыян килтерә, ти урындағылар.  
Зәйтүнә Әхмәтдинова, Оло Тәләк  ауылында йәшәүсе: «Туҙан, тауыш,   эзбиз тейәлгән ҡырҡ тонналы йөк машиналары ауыл уртаһынан коллонаға теҙелеп үтә. Юлдарҙа соҡорҙар  барлыҡҡаға килде».
Иглин районында марганецлы  эзбиз табыусы  карьер  ун йыл элек асылған. Әйтергә кәрәк, Рәсәйҙә ул берҙән -бер. Металлургия заводтарына уны элек Грузия һәм Украинанан килтерһәләр, хәҙерге сәйәси шарттарҙа  сәнәғәт өсөн кәрәк сеймалды үҙебеҙҙә табыу көн талабы.
Максим Яковлев, йөк ташыусы ойошма етәксеһе: «Машиналар норматив менән тейәлә. Туҙаны осмаһын өсөн өҫтө көпләнә. Әгәр өҫтөн япмай ташыу асыҡланһа, беҙ водителдәргә  аңлатабыҙ, сөнки халыҡҡа  туҙан зыян килтереүе тураһында һөйләшеүҙәр быға тиклем дә булды».
Иглин районындағы экологик хәлде яҡшыртыу өсөн предприятие ташты ваҡлағанда туҙанын йотоусы ҡоролма һатып алған һәм шулай уҡ тимер юлына тиклем  юл төҙөүгә документтар әҙерләнә. Проект буйынса уны 2018 йылда тамамлау күҙаллана. Сеймал  карьер янында уҡ  вагондарға тейәп оҙатыласаҡ.  
Айрат Сабиров, «Башминералресурс» ойошмаһы директоры урынбаҫары: «Тимер юлға илтеүсе юлды һалыу экологик яҡтан  отошло һанала. Предприятие  йөктө автомобиль юлдары буйлап ташымаясаҡ. Халыҡҡа ла туҙандың зыяны булмай».
Киләсәктә «Красный Восход-Оло Тәләк» юлын капиталь төҙөкләндереү ҙә  ҡарала. Мәғлүм булыуынса, ҡаҙылма байлыҡ табыусы ойошма ла ремонт эштәрендә өлөшләтә ҡатнашасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку