Иген етештереү компанияларына ауыл хужалығы продукцияһы әйләнеше өлкәһендәге хартияға ҡушылырға мөмкин

Иген етештереү компанияларына ауыл хужалығы продукцияһы әйләнеше өлкәһендәге хартияға ҡушылырға  мөмкин 05.10.2017

Ошо туралағы тәҡдим бөгөн Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса  идаралығында үткән  ултырышта индерелде. Хартияның төп маҡсаты булып  иген һәм май һығыу баҙарын ҡара схемаларҙан таҙартыу  тора. Был ойошмаға ингән компаниялар  һалым инспекцияһы тәҡдим иткән  килешеү мөнәсәбәттәренә күсә.

Йәғни, етештереүселәрҙән һатып алыу уртасыл ойошмаларҙан тыш, туранан-тура алып барыласаҡ. Был үҙ сиратында өҫтәмә хаҡҡа һалымды кире ҡайтарыуҙа  законһыҙ  юлдарҙы ҡулланыуҙы юҡҡа сығарасаҡ һәм экспорт етештереү компанияларының да, ауыл хужалығы етештереүселәренең дә табышын арттырыуға булышлыҡ итер тип көтөлә.  Легаль булмаған һатып  алыуға  көрәш буйынса хартияға әле Рәсәйҙә 400-ләп компания ҡушылған.
Нина Голотина, Федераль һалым хеҙмәтенең  Башҡортостан буйынса идаралығы бүлеге етәксеһе: «Иген культураларын экспортҡа сығарған  ваҡытта өҫтәмә хаҡҡа һалымды ҡайтарыуҙың  законһыҙ схемаларын бөтөрөү буйынса проект  етештереүселәр, эшкәртеүселәр өсөн генә түгел, бюждетты тулыландырыу буйынса ла бик отошло.  Әле үк күп эскспортер компаниялар  ауыл хужалығы продукцияһын һатып алыуҙа  уртасыл ойошмаларҙың хеҙмәтенән баш тарта һәм етештереүселәрҙең ҡулынан ғына ала».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку