Иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ һөҙөмтәһендә ипотекаға алырға теләүселәр һаны кәмей

Иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ  һөҙөмтәһендә ипотекаға алырға теләүселәр һаны кәмей 21.01.2016

Был иһә туранан тура төҙөлөш тармағының бәкәленә һуға.  1 апрелдән дәүләт льготалы кредитлауҙағы процент ставкаһын субсидиялауҙан баш тартһа,  тармаҡта хәл тағы ла ҡатмарлашыуы ихтимал. Әле  Өфөнөң мәшғүллек  үҙәгенә   эш урыны эҙләп килеүселәр араһында бетонсы, арматурасы кеүек һөнәр эйәләре күбәйгән.

Илфат Сәйетғәлин баш ҡала ойошмаларының береһендә иретеп- йәбештереүсе булып эшләй. Һөнәрен ярата. «Тик һуңғы арала газ үткәреүгә халыҡтан заказдар кәмегәнгә күрә, хеҙмәт хаҡым түбәнәйҙе», - тип хафалана ул. Был осраҡта иһә ҡул ҡаушарып ултырыу урынһыҙ. Өфөнөң халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә генә әлегә ете меңдән ашыу вакансия бар.
Газ үткәреүгә һорау артырмы икән? Әгәр төҙөлөш өлкәһендә хәлдәр ҡатмарлашһа... Мәшғүллек үҙәгендә әлегә был тармаҡ һөнәр эйәләренә - бетон ҡойоусы, ташсы, штукатурсыларға ҡытлыҡ бар. Сираттағы йәрминкәгә 700-ән ашыу кеше килде. Уларҙың күбеһе әңгәмәне уңышлы үтеп, төҙөлөш компанияларына эшкә саҡырылды.
Шулай ҙа сит төбәктәргә эшкә урынлашырға теләүселәр күп булмауы асыҡланды. Мәшғүллек үҙәгендә һорау алыу барышында киреһенсә, баш ҡалаға эш эҙләп район-ҡалаларҙан, хатта, Мәскәү, Силәбенән килеүселәрҙе осраттыҡ.
Хеҙмәт хаҡы күләменә түҙергә була, әгәр эше табылһа. Вакансиялар йәрминкәһенә килеүселәрҙең күбеһе төҙөлөш компанияларынан яңы ғына китеүе асыҡланды. Үҙ теләктәре менән түгел, күп ойошмалар аҡсаға ҡытлыҡ булғанға күрә ябылған.  
«Башҡортостанстат» мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала былтыр дөйөм майҙаны 2 миллион 690 мең квадрат метрлыҡ 34 мең ярым фатир файҙаланыуға тапшырылған. Волга буйы федераль округы буйынса был күрһәткес юғары тип баһалана. Шулай ҙа бурысҡа инергә теләмәүселәрҙең кәмеүе төҙөлөш өлкәһе үҫешен бер аҙ тотҡарлауы ихтимал. Ни тиһәң дә, 1 апрелдән ипотеканың процент ставкаһын ҡаплауға дәүләттән субсидия бүленмәйәсәк - был мөйөшлө булырға теләүселәргә кире йоғонто яһауы көн кеүек асыҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку