Иҡтисади көрсөк яңы мөмкинлектәр мәле, ә йүнселдәргә ярҙам итергә беҙ һәр саҡ әҙер, тип белдерҙе бөгөн Республика башлығы бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары вәкилдәре һәм шәхси эшҡыуарҙар менән осрашыуҙа

Иҡтисади көрсөк яңы мөмкинлектәр мәле, ә йүнселдәргә ярҙам итергә беҙ һәр саҡ әҙер, тип белдерҙе бөгөн Республика башлығы бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары вәкилдәре һәм шәхси эшҡыуарҙар менән осрашыуҙа 06.02.2015

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда  урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары күп түгел,  өс йөҙ генә.  Уларҙа  40 мең тирәһе кеше эшләй, йыллыҡ  аҡса әйләнеше  75 миллиард һум тирәһе. Иң юғары күрһәткес бәләкәй предприятиеларға тура килә, улар 300 меңләп кешене  эш урын менән тәьмин иткән, аҡса әйләнеше ун тапҡырға тиерлек күберәк. Бынан тыш,  республикала тағы 82 мең шәхси эшҡыуар бар.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә,  һуңғы йылдарҙа үҙ эшен асыусы йүнселдәр артҡан, әммә  был ғына аҙ. Рейтинг агентлыҡтары эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә ҡамасаулаусы факторҙарҙы асыҡлау буйынса  тикшереүҙәр үткәргән. Уларҙан күренеүенсә, әлеге ваҡытта үҙ эшеңде  башлауға биш кәртә бар, тине Республика башлығы.
Рөстәм Хәмитов  осрашыуҙа билдәләүенсә, республика йүнселдәргә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Шуға күрә иҡтисади көрсөк мәлен дә яңы мөмкинлектәр мәле тип ҡабул итергә кәрәк.  Матди ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, социаль йүнәлештәге эшмәкәрлек һаҡлап ҡалына,  яңы эш урындары асыу ҙа дауам ителәсәк. Бәхеткә күрә, беҙ тотороҡло төбәктә йәшәйбеҙ, шуға күрә бар пробелмаларҙы ла йырып сығырға мөмкин, тине Рөстәм Хәмитов.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку