Иҡтисади көрсөк предприятие эшмәкәрлегендә сағыламы?

Иҡтисади көрсөк предприятие эшмәкәрлегендә сағыламы? 06.03.2015

Благовещен пластигы предприятиеһы Башҡортостан сәнәғәте өсөн сеймал етештерә. Әле унда йөҙҙән ашыу кеше эшләй. Бынан тыш предприятие күрше өлкә ойошмалары менән дә хеҙмәттәшлек итә. Илдәге иҡтисади ауырлыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, унда етештерелгән продукцияға ихтыяж арта ғына. Ләкин шулай ҙа ҡатмарлылыҡтар ҙа юҡ түгел. Тулыраҡ Аймара Рәхимова әҙерләгән яҙмала.
Ҡарап торһаң ябай пластик стакан. Ләкин уны етештереү бер нисә ҡатмарлы этаптан тора. Полимер махсус ҡоролмалар ярҙамында  етди эшкәртелә. Һәр этапты тиҫтәнән ашыу кеше күҙәтә.

Полимер гранулалары махсус мейестә эҫетелеп, полиэтиленға әйләнгәс рулондарға урала. Етештереүҙең тәүге өлөшө тап ошонда башлана. Рулондарҙың бер өлөшө ошо килеш икенсе предприятиеларға һатылһа, бер өлөшө етештереүҙең  икенсе этабына китә.
Бында махсус ҡоролма ярҙамында полиэтилендан пластик стакандар барлыҡҡа килә. Бар нәмә лә автоматлаштырылған, шуға ла эшселәргә ни бары ваҡытында әҙер сеймалды ҡумталарға тултырып торорға кәрәк. Любовь Коробкова пластик етештереү предприятиеһында әҙер пластик стакандарҙы йыйыу менән шөғөлләнә. Эшем оҡшай, эш хаҡы ла тотороҡло, ти ул.
Ләкин пластик стакандар етештереү бының менән генә сикләнмәй. Бында һауыттарға рәсемдәр баҫыла.
Цехта тәүлек әйләнәһенә эш ҡайнай, бында станок тауыштары бер ваҡытта ла тынмай. Предприятие ҡалдыҡһыҙ эшләй. Икенсе төрлө әйткәндә, артып ҡалған полиэтилен махсус ҡоролмала ваҡланып, яңынан етештереүгә оҙатыла. Был экологик күҙлектән дә уңайлы. Предприятие етештергән сеймалға ихтыяж көндән көн арта. Санкциялар индерелгәс үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияға һорау ҙур. Был, әлбиттә, ыңғай күренеш. Ләкин  сеймалды һатып алыусылар уның өсөн ваҡытында түләй алмай. Сөнки банктарҙан аҡса алыуы ауыр. Процентттар ҙур.
Виктор Чиглинцев, предприятиеның коммерция директоры: «Күптәр үҙ аҡсаһына түләргә тырыша, ләкин был ауырға тура килә. Банктар март айында кредиттарҙың процентын төшөрөргә вәғәҙә бирә. Шуға ла көтәбеҙ инде.Сеймалды етештереүҙе лә арттырасаҡбыҙ.Әле 18 миллион стакан етештерһәк, был күрһәткесте 40 миллион стаканға тиклем күтәрәсәкбеҙ».
Ләкин предприятие етәкселеге бирешмәй. Был ваҡытлыса күренеш, барыһы ла көйгә һалыныр тигән ышаныста ҡала. Әле ең һыҙғанып, иҫке биналарҙы төҙөкләндереп, яңы ҡоролмалар алырға йыйына. Бынан тыш эшселәр һанын да ике тапҡыр арттырыу ҡаралған.  
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика