Иҡтисади көрсөк хәүеф йәки низағ тыуҙырырға тейеш түгел, был яңы мөмкинлектәр мәле, тине Республика башлығы бөгөн эшҡыуарҙар менән осрашыуҙа

Иҡтисади көрсөк хәүеф йәки низағ тыуҙырырға тейеш түгел, был яңы мөмкинлектәр мәле, тине  Республика башлығы бөгөн эшҡыуарҙар менән осрашыуҙа 16.01.2015

Һөйләшеүҙә ҡеүәтле сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәренән тыш, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре лә ҡатнашты.  Асыҡ фекер алышыуҙа  иҡтисади мәсьәләргә бәйле ҡатмарлы осраҡтарҙан сығыу юлдары ҡаралды.  

Рөстәм Хәмитов осрашыуҙы асып Башҡортостандың иҡтисады үҫешкән булыуын билдәләп үтте. 2014-се йылда  уңышлы эшләй алыуыбыҙҙы иҫбатланыҡ.  Республикала тиҫтәләрсә предприятиеның аҡса әйләнеше  20 миллиард һумға барып баҫа. Сәнәғәт тармағының етештереү ҡеүәте, төбәктең тулайым продукты алдағы йылдарға ҡарағанда артҡан. Ҡаҙнаға ингән һалым күләме лә күтәрелә. Торлаҡ төҙөлөшө буйынса Башҡортостан алдынғы урындарҙы биләй, былтыр 2 миллион 600 мең квадрат метр файҙаланыуға тапшырылған, был ил буйынса бишенсе урын.   Шул уҡ ваҡытта хәл итәһе проблемалар ҙа юҡ түгел, тине Рөстәм Хәмитов.
Әле Башҡортостан бер күрһәткес-хеҙмәт хаҡы  буйынса ғына түбәнге баҫҡыста. Быйыл был тәңгәлдә эште яҡшыртыу талап ителә тине Республика башлығы.   Әлбиттә, быйыл иҡтисади мөхиттә хәл еңел булмаясаҡ. Көнбайыш банктары  беҙҙең  финанс учреждениеларҙы кредитлауҙы  туҡтатты. Әммә  был  күренеш беҙгә төп йөкләмәләрҙе үтәргә ҡамасауларға тейеш түгел. Иҡтисади көрсөк-яңы мөмкинлектәр мәле.
Шулай уҡ ситтән килтерелгән  тауарҙарҙы үҙебеҙҙекенә алмаштырыу бурысы тора. Әле республикала «Башҡортостан тауарҙары» тигән бренд барлыҡҡа килде. Был йүнәлешкә ауыл хужалығы  предприятиелары ғына түгел, башҡа  тармаҡтарҙа  ҡушылырға тейеш. Әммә  сифат хаҡында ла онотмау мотлаҡ.
Әле республикала көрсөккә ҡаршы штаб төҙөлгән. Әле ул комплексы план әҙерләү өҫтөндә эшләй.  Бар проблемарҙы ла берлектә һәм асыҡтан-асыҡ хәл итеү мөһим, тине Рөстәм Хәмитов. Яҡын арала ошонда й уҡ осрашыуҙы бәлкәй эшҡыуарлыҡ предприятиелары менән ойоштороу ҙа күҙаллана.
Иҡтисади проблемаларға ҡарамаҫтан төшөнкөлөккә бирелергә ярамай. Тырыш һәм берҙәм хеҙмәт ярҙамында бар  кәртәләрҙе лә йырып сығырға мөмкин, тине Республика башлығы.  Былтырғы һөҙөмтәләр  килгәндә инде Башҡортостандың социаль-иҡтисади тормошонда  тотороҡлоҡ һаҡлана,   ыңғай үҙгәрештәр демография күрһәткестәрендә лә сағыла. 2014 йыл Республикала 60 меңгә яҡын сабый донъяға килгән.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку