Иғтибар үҙәгендә урман ҡырҡыусылар

Иғтибар үҙәгендә урман ҡырҡыусылар 22.11.2017

Полция хеҙмәткәрҙәре вертолеттан законһыҙ ағас ҡырҡыусыларҙы асыҡлай. Бөгөн хоҡуҡ һаҡсылары республиканың төнъяҡ -көнбайыш райондарында һауа рейды ойошторҙо.

Йыл башынан алып республикала ике мең тирәһе урмансылыҡ ҡануниәтен боҙоу осрағы теркәлгән. Өс йөҙҙән ашыу енәйәт эше ҡуҙғатылған. Инспекторҙар әйтеүенсә, был тармаҡта хоҡуҡ боҙоуҙар артҡандан арта. Шуға күрә законһыҙ ағас ҡырҡыусыларға ҡаршы көрәште ведомство-ара ойоштороу һөҙөмтәлерәк.  
Вадим Басиров, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының иҡтисади хәүефһеҙлек идаралығы бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы: «Юғарынан бит урман эсендәге һәр  шәүлә лә яҡшы күренә. Шуға ведомство -ара рейдтар ойошторорға булдыҡ. «Урман» операцияһы республиканың бар төбәктәрендә үтәсәк һәм законһыҙ ағас ҡырҡыусылар яуапҡа тарттырыласаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку