Иғтибар, Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә ҡара риэлторҙар эш итә

Иғтибар, Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә  ҡара риэлторҙар  эш итә 01.02.2018

Бер туған Ваһаповтар ҡара риэлторҙар эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә фатирһыҙ ҡалған. Бөгөн улар Орджоникидзе районы судында өсөнсө ултырышта булды. Үҙҙәре әйтеүенсә, былтыр йәштәрҙең атаһы фатирҙы һатыр өсөн риэлторға мөрәжәғәт итә.

Тик  ул риэлтор тураһында тик насар яҡтан телгә алыныуы тураһында белгәс, был уйынан уны  кире ҡайтаралар. Сәйер шарттарҙа ир урамда вафат була. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ул фатирҙы һатҡан булған. Был хаҡта бер балаһына ла әйтмәгән. Ваһаповтар был  ҡара риэлтор эшмәкәрлегенә бәйле булыуын һәм торлаҡты кире ҡайтарыуҙы юллап судҡа биргән.    
Артем Ваһапов: «Беҙ ғәҙеллек юллаясаҡбыҙ. Беҙ шул фатирҙа тыуғанбыҙ, үҫкәнбеҙ. Хәҙер ғаиләм менән йәшәйбеҙ. Йәш ярымлыҡ балабыҙ  бар, ул да торлаҡта теркәлгән. Атайыбыҙ фатирҙы һатҡан ваҡытында гел иҫерек йөрөнө. Берҙән-бер торлағыбыҙҙың һатылыуын беҙ белмәй ҙә ҡалғанбыҙ.  Киләһе суд ултырышына тиклем бөтә дәлилдәрҙе йыябыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку