Иҫке фатирҙы яңыһына алмаштырыу!

Иҫке фатирҙы яңыһына алмаштырыу! 10.03.2017

Өфөлә йәшәүселәргә торлаҡ майҙандарын киңәйтергә һәм яңыртырға мөмкинлек тыуҙы.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, икенсел торлаҡ баҙарындағы күпселек фатирҙар табыш алыу маҡсаты менән түгел, ә артабан уңайлыраҡ һәм ҙурыраҡ майҙанлы торлаҡ алыу маҡсатында һатыла. Ошоно күҙ уңында тотоп, республикалағы алдынғы төҙөлөш ойошмаларының береһе – «Госстрой» компаниялар төркөмө яңы Трейд-ин прграммаһын тәҡдим итте.

Темирбәк Ҡасимов, «Госстрой» компаниялар төркөмө вәкиле: «Баҙарҙағы алмашыу операцияһына нигеҙләнгән күләм беҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы күренде һәм ғәмәлгә ашырыла башлаған тест режимы халыҡтың иғтибарын йәлеп итте. Улар өс аҙна эсендә 30-ҙан ашыу ғариза яҙҙы. Ә инде күсемһеҙ милектең хаҡы беҙҙең партнерҙар һаналған Башҡортостандың риэлторҙар гильдияһы һәм башҡа агенттар тарафынан билдәләнә. Фатирға хаҡ тиҙ һәм ғәҙел ҡуйыла».
Трейд-ин программаһының өҫтөнлөктәре күренеп тора: объектҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң өс көн эсендә хаҡ ҡуйыла һәм етмәгән суммаға ипотека кредиты алырға мөмкин. Һәм иң мөһиме, иҫке фатирҙы һатыу һатыу оҙаҡҡа һуҙылмаясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку